"Зимняя природа"


Скачать публикацию
Язык издания: русский
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: "Зимняя природа"
Автор: Аллаярова Роза Батуовна

Тема : Ҡышҡы тәбиғәт. 9 класс.Маҡсат : Ҡыш тураһында яңы һүҙҙәр менән таныштырыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү, С. Әлибаевтың ҡыҫҡаса биографияһы һәм Ҡышҡы урман шиғыры менән таныштырыу , шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәтеү, ҡышҡы тәбиғәттең матурлығын күрә белергә өйрәтеү һәм уҡыусыларҙа тәбиғәткә һоҡланыу хисе тәрбиәләү,шәхси, коммуникатив-универсаль уҡыу ғәмәлдәрен үҫтереү.        Йыһазландырыу: электрон дәреслек , дәреслек, карточкалар.I. Ойоштороу.У. Дәресебеҙҙе бик матур шиғыр юлдары менән башлап ебәрәйек. (Балалар уҡый) Донъяла иң-иң матур ил - Ул минең Тыуған илем! Донъяла иң-иң матур тел- Ул минең туған телем!У. Ә хәҙер, балалар, телебеҙҙе шымартып алайыҡ. Экранда беренсеһе тиҙәйткес . Дөрөҫ һәм тиҙ уҡырға өйрәнәйек. Беренсе мин уҡып ишеттерәм. (Мин уҡыйым). Үҙ аллы уҡығыҙ. ( уҡынығыҙмы ?) Ә хәҙер хор менән уҡыйыҡ. Шәберәк уҡып ишеттерәйек. II.Артикуляцион күнегеү. Тиҙәйткес.  Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға. Фонетик шиғыр. Артабан фонетик күнегеү уҡып алайыҡ. Уҡыусылар ҡабатлай.Яңы яуған ҡар өҫтөнәнҠаҙҙар лап-лап үттеләр,Ҡыҙыл тәпәйҙәре менәнЙондоҙ яһап киттеләр.-Афарин, уҡыусылар.Уҡыусылар был фонетик күнегеү нимә тураһында? ( Уҡыусыларҙың яуабы). Ә аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирәләр? Бара һүҙе ниндәй һорауға яуап бирә ? ( Ни эшләй?) Нимә бара.Ҡара ҡарға бара. Үттеләр, киттеләр ниндәй һорауға яуап бирә? ( Ни эшләнеләр?) Ҡаҙҙар үттеләр, киттеләр. Ә бара , үттеләр , киттеләр һүҙе ниндәй һүҙ төркөмө тип атала? (Ҡылым). Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән экранға иғтибар менән ҡарайыҡ ( экрандан ҡыш темаһына һүрәттәр ҡарау)-Уҡыусылар, нимә тураһында слайдттар ҡараныҡ?--Уҡыусылар, экранда нимәләр күрҙегеҙ?- Ҡышҡы тәбиғәт тураһында.- Дөрөҫ, ҡышҡы тәбиғәт тураһында. Эйе , ҡышҡы тәбиғәт иҫ киткес матур була. Бөтә ер аҡ ҡар менән ҡаплана. Как вы думаете, с каким временем года будет связан наш урок.У. Шулай итеп беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Беҙ бөгөн дәрестә ҡыш миҙгеле тураһында һөйләшәсәкбеҙ, күнегеүҙәр эшләйәсәкбеҙ, шиғыр уҡыясаҡбыҙ. Сегодня мы будем говорить о зиме,зимней природе , о ее красоте.III.Дәрестең грамматик темаһын билдәләү.-Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен һанап үтәйек.(ҡар яуа, бурандар була, сана, саңғы шыуабыҙ, ағастар ап-аҡ ҡар менән ҡаплана, һыуыҡ, өшөтә, Яңы йыл байрамы була)  Ә хәҙер ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөп алайыҡ ( телдән)               -Хәҙер, уҡыусылар, дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.Ун дүртенсе декабрь.Шаршамбы.Класта эш.Ҡышҡы тәбиғәт.          - Ә хәҙер, уҡыусылар, карточкалар таратам. (Уҡытыусының тексты уҡыуы).Текст өҫтөндә эш:1.    Тексты  иғтибар менән уҡығыҙ.2.    Һүҙлек эше.(Тәбиғәт- природа, һыуыҡтар- холода, ағастар- деревья, шыуабыҙ- катаемся, ҡоштар- птицы, йәнлектәр- звери , миҙгел – времена года, яратам- люблю). 3.  Бер уҡыусы  һүҙлек һүҙҙәрен уҡый. 4.    Күсереп яҙығыҙ  5.   Һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен табығыҙ, аҫтына һыҙығыҙ. Һөйләмдәрҙе  иғтибар менән уҡығыҙ.Күсереп яҙығыҙ.Һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен табығыҙ, аҫтына һыҙығыҙ.Ҡыш Бына һағынып көткән ҡыш та килеп етте. Һыуыҡтар башланды. Бөтә ер, ағастар ап-аҡ ҡар менән ҡапланды. Ябалаҡлап ҡарҙар яуа. Беҙ рәхәтләнеп саңғыла йөрөйбеҙ ,сана шыуабыҙ . Хәҙер урманда ҡоштар һайрамай. Йәнлектәр йоҡоға талған. Мин ҡыш миҙгелен яратам. V. Нығытыу. Дәреслек менән эшләү.-    Яҡшы, уҡыусылар. Ә хәҙер дәреслектең 77 -се битен асығыҙ. Мин һеҙҙе С. Әлибаевтың ҡыҫҡаса биографияһы һәм Ҡышҡы урман” шиғыры менән таныштырып үтәм.Сафуан Алибаев  родился 21 февраля 1941 года в деревне Терменево, Салаватского района Республики Башкортостан. Первый поэтический сборник для малышей «Солнышко яркое — наш спутник» вышел в 1968 г. Ещё одна яркая страница в творчестве Сафуана Алибаева — талантливые переводы на башкирский язык произведений Александра Сергеевича Пушкина, Расула Гамзатова, Давида Кугультинова и других классиков поэзии. За книгу для детей «Волшебный шар» (1994) С. Алибаев в 1996 году был удостоен международного Почетного диплома Юнеско имени Ханса Кристиана Андерсена. 1. Шиғырҙы уҡытыусының уҡыуы. 2.  Уҙ аллы уҡыу.  3. Һүҙлек өҫтөндә эш. Ә хәҙер яңы һүҙҙәр менән танышайыҡ. ( Серле – таинственный, ынйы- жемчужина, тулҡын – волна, үҙән – долина, ҡайын- береза, тып – тын-тишина, көрт- сугроб, күбәләктәр- бабочки).        4. Сылбырлы уҡыу. 5. Шиғырҙы анализлау. Шиғыр буйынса һорауҙар биреү. Был шиғыр нимә тураһында ? В стихотворении о чем идет речь. Как описал автор стихотворение ”Зимний лес”. Шиғырҙа ҡышҡы урман нисек һүрәтләнгән ? (ап- аҡ ҡарҙар яуа, бөтә ер , ағастар, түбәләстәр, кар менән ҡапланған)  Афарин, уҡыусылар! .  VII. Төркөмләп эшләү.-          Дәресте дауам итәбеҙ. Ә хәҙер төркөмдәргә бүленеп эшләйек. Беҙгә бында һүҙҙәр бирелгән. Шул буталған һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөгөҙ. Будем работать группами.1-се төркөм                         2-се төркөм          -Афарин, матур һөйләмдәр төҙөнөгөҙ. Һөйләмдәрҙе уҡыусылырҙан уҡытырға.          VIII. Ижади эш.             Уҡыусылар, хәҙер ҡыш тураһында һынамыштар уҡып алайыҡ 1. Бесәй моронон ҡаплап  ятһа, һыуыҡҡа.2. Ҡышҡы урман ныҡ шаулаһа, йылы көндәр килеүен көт.3.  Эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.4.  Ҡарға ҡарҡылдаһа, буран сығыуға.5.  Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар булмай.6. Төтөн тура сыҡһа, һыуыҡ була.- Яҡшы, уҡыусылар. Әйҙәгеҙ, дәресебеҙҙе тамамлайыҡ.VI.  Баһалау.-         Бөгөн дәрестә бөтәгеҙҙә әүҙем ҡатнаштығыҙ. Рәхмәт. Билдәләр ҡуйыу. VII.  Рефлексив анализ.          Шулай итеп бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр өйрәндек,ниндәй яңылыҡтар алдыҡ. (Эйә менән хәбәрҙе ҡабатланыҡ, һөйләмдәр төҙөнөк , шиғыр уҡыныҡ,һынамыштар уҡыныҡ. Дәресебеҙең маҡсатына ирештекме. Что узнали и к чему научились.         VIII.Өйгә эш.        2- се күнегеү 67 бит.(тәржемә итергә).   -Тағы ла һынамыштар беләһегеҙме? Дауам итегеҙ.1) Ҡышын урман ныҡ шаулаһа,(йылы көндәр килеүен көт).2) Ағаста ҡыш бәҫ күп булһа,(йәй бал күп булыр).3) Төндә бәҫ булһа,(аяҙ көндө көт).4) Эт ҡарҙа аунаһа, (буран сығыр).Карточка менән эш.1. Етте, ҡыш, һалҡын. 2. Яуа, ҡышын, ап-аҡ, ҡар. 3. Тәбиғәт, күмелә, юрғанға, йомшаҡ. 4. Эшләйҙәр, бабай, ҡар 5. Башлана, тиҙҙән, каникулдар. 6. Тауҙан, менән, сана, шыуалар.Сафуан Афтахович Алибаев (Сафуан Алибай) родился в 21 февраля 1941 г. д. Терменево Салаватского района. Обратите внимание на дату рождения. Его детство проходит во время Великой Отечественной войны. Мальчикуисполнилось всего несколько месяцев, когда началась Великая Отечественная война. Отец и старший брат ушли на фронт, дома остались  мама и младшие дети.Трудное детство было у маленького Сафуана, он пережил и голод, и холод.Семье Алибаевых в эти годы помогли выстоять дружба и взаимопомощь. Дети старались во всем помогатьмамеаленький Сафуан отличался от своих братьев и сестер впечатлительностью и большой любознательностью. Он очень любил слушать песни, которые пела мама, рано научился играть на гармошке. Любовь и нежность к матери Сафуан Афтахович сохранил на всю жизнь. Он учился хорошо, учителя отмечали у Сафуана способности к математике, литературе, изобразительному искусству. И все таки, победила любовь к литературе. Скоро на страницах районной и городской газет появились первые стихи и заметки школьника Сафуана Алибаева.Закончились  школьные  годы  и  будущий  поэт  идет работать.Сначала в колхоз, потом на железную дорогу, а затем в сельскую библиотеку. Но была мечта – получить образование и стать настоящим поэтом.Стремление исследовать все тайны филологии приводит его в 1961 году в БашГУ. Здесь он становится активным участником литературного кружка «Шонкар», читает свои стихи на вечерах поэзии, много пишет и поет!У Сафуана Афтаховича сильный голос редкой красоты, а любовь к пению ему передала мама. На этой фотографии он с мамой.Поэт-лирик Сафуан Алибаев воспевал самые возвышенные и благородные чувства, он – автор популярных современных песен. Стихи его посвящены дружбе и любви, верности и чести, радостям и светлым идеалам наших современников.