Игровые технологии на уроках башкирского языка
Язык издания: русский
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: Игровые технологии на уроках башкирского языка
Автор: Алтынбаева Залия Рафаэловна
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ УЙЫН ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫУҡытыусы: Алтынбаева Зәлиә Рафаэль ҡыҙыУйындар – кешелектең бай мәҙәниәтенең мөһим өлөшө. Бала донъяға килеү менән уны әүрәтеү, тәрбиәләү, зиһенен үҫтереү, сыныҡтырыу, йәшәгән мөхитенә күнектереү маҡсатында уға уйынсыҡтар һәм уйындар тәҡдим ителә. Һәр халыҡ ҡабатланмаҫ хазина булған кеүек, уның милли ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүсе, донъяны ҡабул итеүгә булышлыҡ итеүсе, йолаларға һәм көнитмешкә бәйле уйындары ла үҙенсәлекле.Бала тормошонда мөhим урын биләгән уйындарҙы уҡытыу процесына йәлеп итеү ҡиммәтле hөҙөмтәләргә алып килә. В.А. Сухомлинский былай тип яҙғайны: «Уйынhыҙ тулы ҡиммәтле үҫеш юҡ һәм була ла алмаясаҡ. Уйын – ул ғәйәт ҙур яҡты тәҙрә, уның аша баланың рухи донъяhына аң-белемдең, төшөнсәләрҙең йәнләндереүсе ағымы ҡойола. Уйын – ул белергә тырышыусанлыҡ һәм ҡыҙыkhыныусанлыҡ усағын ҡабыҙыусы осҡон».Һәр милләттә балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Уйын балалар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Күмәкләп уйнағанда балалар уртаҡ уй менән эш итергә өйрәнә, күңелдәрендә иптәшлек, дуҫлыҡ, нәфислек тойғолары тәрбиәләнә.Тәжрибә күрһәтеүенсә, баланы үҫтереүҙә һәм тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары бик ҙур урын алып тора. Милли халыҡ уйындары бер ҡасан да актуаллеген юғалтмай, сөнки уйын аша бала үҙенең һәләтен, уйлау һәләтен, аралашыу мөмкинлеген камиллаштыра. Икенсенән, милли халыҡ балалар уйындары дәрестәрҙә генә уйнала, сөнки, хәҙер балалар күберәк интернетта, компьютерҙа уйындар уйнайҙар. Ә был үҙ сиратында баланың яңғыҙ ҡалыуы, үҙ-үҙенә бикләнеүе, кеше менән аралашып бармаусан булып үҫеүе мөмкин. Йәнле hөйләү теленә бай уйындар тәрбиә сараhы булараҡ та отошло, сөнки был уйындар барышында күмәклек, дуҫлыҡ, иғтибарлылыҡ, бер-береңә ярҙамлашыу, шәфҡәтлелек кеүек матур сифаттар ҙа шулай уҡ уҡыусы күңелендә туған телде, халҡыбыҙҙың үткәнен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ихтирам итеү тәрбиәләнә.Уйындың ҡағиҙәһе балаларға таныш, аңлайышлы булырға тейеш. Шунан сығып уҡыусылар ҡағиҙәнең иғтибар, тәртип, ғәҙеллекте талап иткәнен белеүҙәре мотлаҡ. Уйнап уҡыусылар йомаҡтар, тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр ятлайҙар, башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танышалар, телмәрҙәрен нығыталар. Ҡыҫҡаһы, уйындар балаларҙа дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй, уларҙың уйын барышында фекерләүе, эшсәнлеге, активлығы үҫә, тормош тәжрибәләре байый.Башkорт теле дәрестәрендә ҡулланылған уйындарҙы, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс күнегеүҙәрҙе характерына ҡарап, Э.Ф. Ишбирҙин бер нисә төргә бүлә:1. Фонетик уйындар.2. Лексик уйындар.3. Грамматик уйындар.4. Мәғлyмәт биреyсе мауыҡтырғыс материалдар.5. Шаярыуға ҡоролған hорауҙар.Фонетик уйындар төрлө өн-хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнеүгә ҡоролған. Халыҡ ижады әҫәрҙәренән тиҙәйткестәр, тел көрмәлдергестәр, тел төҙәткестәр баланың телмәре дөрөҫ үҫешенә этәргес булып тора. (1 төркөмдөң яуаптары)2. Башҡорт теле дәрестәрендә төрлө халыҡ уйындары ярҙамында балаларҙың телмәрен нығытырға мөмкин.1. Һүҙ байлығын үҫтереү уйындары.(2-се төркөмдөң эше)Мәҫәлән, “Төҫтәр” уйыны. Уйында төҫтәрҙе айыра белергә өйрәтеү, бәйләнешле телмәр күнекмәләре булдырыу маҡсаты ҡуйыла. Уйын барышында балаларға ашъяулыҡ, алъяпҡыс, ҡулъяулыҡ һәм башҡа предметтар һүрәтләнгән ҡапсыҡлар таратыла. Тәрбиәсе уларҙы алдан әҙерләнгән төрлө төҫтәге сәскә һүрәттәре менән биҙәй, һәр бала үҙенә оҡшаған сәскәнең төҫөн әйтә (ҡыҙыл, һары һ.б.).Ҡулъяулыҡ сиктем, сиктемСәскәләрҙең төрлөһөнҠайһылары оҡшай һиңәӘйт шул сәскәнең төҫөн.(Шиғырҙарҙы уҡытыусы менән бергә ҡабатлайҙар. Уҡытыусы шиғырҙы башта тәржемә итә).Шулай уҡ ошо маҡсатта "Ямғыр — йәшен", "Осто-осто" уйындарын ҡулланырға мөмкин.Телмәр уйындары иҫәбенә "Баҡсала" уйынын тәҡдим итергә була. (Төрлө йәшелсә, емеш исемдәре яҙылған ҡағыҙҙарҙы айырым кәрзинкәләргә тултырыу) һ.б.«Баҫҡыс» уйыны уҡыусының һүҙ байлығын арттырыуҙа ныҡ ярҙам итә. Әйтәйек, беренсе хәрефе «У» булған һүҙҙәр уйлап әйтергә кәрәк. Ҡабатланмаған, яңы һүҙҙәр әйтеүсе уҡыусы еңеүсе була.У – ….Бурыстарҙы үтәп яуаптың дөрөҫлөгө тикшерелә һәм һөҙөмтә бәйләнешле генә уйын маҡсатҡа ярашлы була. “Кем күберәк һүҙ белә?” уйыны. Уйнаусыларҙың береһе күберәк хәрефтән торған бер һүҙ әйтә (мәҫәлән, ҡулъяулыҡ). Бөтә уйынсылар ҙа, ошо һүҙҙә булған хәрефтәрҙе файҙаланып, мөмкин тиклем күберәк яңы исемдәр уйлап яҙалар (мәҫәлән, ҡул, яулыҡ, ул, яу һ. б.). Билдәле ваҡыт эсендә кем күберәк һүҙ әйтеп өлгөрә, шул еңеүсе була.Грамматик уйындарҺөйләү телмәрен үҫтереү уйындары балаларҙың һөйләшеү һәләтен тәрбиәләй.1. “Уҙаманлашыу” (Уҙаҡлашыу). Күмәк уйында уйнаусылар мотлаҡ рәүештә ике тигеҙ төркөмгә бүленеп уйнаған уйындар киң таралған. Ә нисек тигеҙ бүленергә? Уйындарҙа бер тәртип булдырылған, ул «уҙаманлашыу» тип атала.Уйнаусылар араһынан иң һәләтле, иң ихтирам ителгән ике етеҙ кеше ҡушлашып, уҙаман булып: торалар. Парлашып уйынға ҡатнашыусылар килә, килер алдынан шым ғына бер-береһенә исем ҡушалар (кемгә исем нисек ҡушылыуын уҙамандар белмәй).— Әссәләмәғәләйкүм, уҙамандар кем?— Беҙ.— Һеҙ булһағыҙ һайлағыҙ: ай кәрәкме, ҡояшмы?— Ҡояш (айы икенсе, һорамаған уҙаманға ҡала).Шул рәүешсә артабан дауам итә: «Шөшлөмә, сөймә?», «Алмамы, хөрмәме?», «Өймө, ҡыуышмы?»Уҙаманлашып икегә айырылғас, уйынды башлаусылар, йәғни «бәхетле төркөм»дө асыҡлау моменты башлана. Уны асыҡлағанда «бау тотоу», «таяҡ тотоу», «таш сөйөү» тәртиптәре башҡарыла. Мәҫәлән, «таш сөйөү» тәртибе — таштың бер яғына төкөрөп:— Май кәрәкме, таш кәрәкме? — тип һорай.— Май (төкөргән яғы була инде). Туры әйткән уҙамандың командаһы уйынды башлай.2. Әйтеш уйыны. Балалар ҡара-ҡаршы әйтешеп уйнай: — Һике аҫтында май ҡайҙа?— Сысҡан ашаған.— Сысҡан ҡайҙа?– Һалам: аҫтында.— Һалам ҡайҙа?— Үгеҙ ашаған.— Үгеҙ ҡайҙа?— Һаҙға батҡан.3. «Бер хәреф уйыны». Һәр бала үҙенә бер хәреф һайлап ала, шул хәрефтән торған һүҙҙәр менән һорауҙар әҙерләй. Беренсе бала икенсеһенә һорауҙар бирә.Башҡорт теле дәрестәрендә ролле уйындар бик ыңғай һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, “Күрәҙә” тигән халыҡ уйыны һөйләү телмәре үҫтереү күнегеүе булараҡ файҙаланылырға мөмкин. Балалар түңәрәккә теҙелә, уҡытыусы был осраҡта күрәҙәсе ролендә. Ул балаларға түбәндәге мәҡәлдәрҙе тәҡдим итә. Балалар мәҡәлдәрҙәге төп һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә ярашлы телмәр әйтеп ишеттерергә тейеш:1) Буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур (матур, һылыу, гүзәл, сибәр);2) Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй (ҡыйыу, тәүәккәл, ҡуш йөрәкле, ғәйрәтле);Ғалимә Розалия Солтангәрәева яҙыуынса, «Уйындарҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө – йыр, таҡмаҡ, әйтеш, мифик нигеҙҙә тыуған күренештәрҙең сәнғәти ҡоршауы ул” [4, 9]. Ысынлап та, боронғо уйындарҙың төп нигеҙен тотороҡло булған бейеүҙәр, көйҙәр, йырҙар тәшкил итә. Тәбиғәт ҡосағында үткәрелгән төрлө йолаларҙа, айырыуса, йола байрамдарында көй-йыр, таҡмаҡтар уларҙың булмышын билдәләп, күңелле кәйеф ойоштороуҙа төп нигеҙ булған.Башҡорт халыҡ уйындарына хас бындай үҙенсәлектәрҙе балалар менән тәрбиә эше алып барғанда уңышлы файҙаланып була тигән фекергә килдем. Балалар менән ял сәғәттәрендә йыр-моң, көйгә нигеҙләнгән уйындар уларҙың физик активлығы менән бергә телмәрҙәрен үҫтереү һәм байытыуға эмоциональ рәүештә этәргес көс бирә. Был маҡсатта түбәндәге уйындарҙы үткәреп була.Халыҡ ижадының уйын жанры төрлө таҡмаҡ, таҡмаза, әйтешмәк кеүек йыр жанрҙары шулай уҡ һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн ҡыҙыҡлы материалдарҙан тора. Уйындарҙа таҡмаҡтарҙың һәм башҡа йыр жанрҙарының ритмик төҙөлөшө, интонацияһы балаларға телмәрҙе биҙәү мөмкинселектәрен аса, телдең лексик-грамматик үҙенсәлектәре асыҡлана бара. Балаларҙың ишетеү һәләте лә үҫешә, улар телмәр мелодикаһын үҙләштерә. Баланың тыуған телен тәүҙә һиҙемләү унан ритмик-интонацион яҡтан төҙөк һөйләмдәр ярҙамында үҙ уй-кисерештәрен әйтеп биреү оҫталығы формалаша.“Бәхет ташы” уйыны. Балаларға таштар таратыла, улар был таштарҙы устарына йыйып, түңәрәккә теҙелешеп ултыра. Бер бала был таштарҙы тиҫтерҙәренең ҡулдарын астыртып, ҡарай. Балалар көй аҫтында бер усын әйләндереп, һанашмаҡ әйтәләр:Аҡ таш! Йәшел таш”Минең өлөш – аҫыл таш!Кемдә аҡ таш булып сыға, шул уҡытыусы өйрәткән таҡмаҡты көй аҫтында матур итеп әйтеп бирергә тейеш. Ул таҡмаҡ былай булыуы мөмкин:Ҡайҙа минең өлөшөм,Ҡайҙа уның өлөшө?Аҡ таш, йәшел ташШулдыр уның өлөшө.Уйын һәр бер бала аҡ таш менән һамаҡ әйткәнсе дауам итә.Йыр-музыка аҫтында үткәрелгән халыҡ уйындары балаларҙың башҡортса телмәр мелодикаһын, матур итеп таҙа һөйләшеүен тәьмин итә, уны үҫтерергә ярҙамлаша. Был маҡсатта шаян халыҡ йырҙарына нигеҙләнгән түбәндәге уйын үткәреп була:“Аҡ ҡалас”.Уйынды алып барыусы тәрбиәсе:–Әйҙәгеҙ, “Аҡ ҡалас” уйнайбыҙ! – ти. Балалар тотоношоп, йәһәт кенә түңәрәккә баҫа һала. Берәү уртала тора. Күмәкләшеп көйләп:Яҙғы матур байрамғаБешерҙек беҙ аҡ ҡалас.Бына шулай йәйелгән! – тип көй аҫтында һамаҡлай-һамаҡлай, бер-береһенең ҡулдарын мөмкин тиклем һуҙып, түңәрәкте йәйеп ебәрә.Ошо мәл, уртала торған кешегә бөтәһе лә килеп беркешә, ҡулдары менән еңелсә төртөп, унан таҡмаҡ әйттерәләр:Аҫты шәкәр, өҫтө бал да,Икенсене һайлап ал!Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас,Теләгәнеңде алып ҡас! – тиҙәр.Шулай итеп, халыҡ уйындар балаларҙың һөйләү телмәрен, һүҙ байлығын, бәйләнешле телмәр төҙөклөгөн үҫтереү барышында ҡулланыла ала. Хәҙер халыҡ уйындарын уйнау һирәгәйҙе. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә тәрбиәсе, уҡытыусылар тарафынан ғына уйнатыла. Һуңғы ваҡыттарҙа интернетта ултырыу, компьютерҙа виртуаль уйындар уйнау, халыҡ уйындарын онотоуға, милләтте юғалтыуға, быуындар бәйләнешен өҙөүгә килтермәҫме икән, тигән хәүеф бар. Башҡорт халыҡ уйындары балаларҙың аңын уятыу, телмәрен байытыу һәм шәхес булараҡ үҫешә барыуын тәьмин итеүсе мөһим этнопедагогик ҡоралға әйләнә. Халыҡтың уйын фольклоры телмәр үҫтереүҙең бай сығанағы булып хеҙмәт итә. Уйын фольклоры балаларҙы тапҡырлыҡҡа өйрәтә, уҡыусылар һүҙҙең көсөнә төшөнә, улар уйын ваҡытында уйланыу процесында предметтарҙың мөһим сифаттарын сағылдырыусы һүҙҙәрҙе үҙләштерә һәм артабан телмәр процесында уларҙы файҙалана. Бәйләнешле телмәрҙе нығытыу, һүҙ байлығын үҫтереү өсөн балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн күнегеүҙәр башҡарыла.ӘҘӘБИӘТ1. Башҡорт халыҡ уйындары. Төҙ. Г.Р. Хөсәйенова. – Өфө: Ғилем, 2006. – 374 бит.2. Аслаев Т. Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы. — Өфө, 1991. – 214 бит.3. Аслаева Ғ.Ғ. Телмәр һәм зиһен. - Өфө, 2005. – 96 бит.4. Солтангәрәева Р. Башҡорт халыҡ йола уйындары. – Өфө: Китап, 1997. – 271 бит.