Язык издания: русский
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: "Моей маме"
Автор: Акбулатова Линиза Мухарамовна

Әсәйҙәр көнөӘсәкәйемМаҡсат: балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү, балаларҙың телмәрен үҫтереү; шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙар йырлау, бейеүҙәр бейеү, инсценировкалау һәләттәрен үҫтереү, әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү, әсәләрҙә балалар менән берлектә иртәлектә ҡатнашыуға әүҙемлек уятыу.Йыһыз: слайд, балаларҙың һөйләүе буйынса видеояҙма (интервью) уйындарға, бейеүгә атрибуттар.Көй аҫтында балалар залға инәләр.I алып барыусы:- Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән әсәйҙәр байрамына йыйылдыҡ.Берҙән – берем, күҙ нурым, типҺәр саҡ арҡаңдан һөйә.Сирләгәндә төн йоҡламай,Зарыңды белә, көйә.Кем һуң ул һинең өсөн?Улһөйөклө әсәйем.- Әсәй улһәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе ләәсәй”. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәттәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек.- Ә хәҙер һүҙ балаларға:Әсәй улһауа!Әсәй уляҡтылыҡ!Әсәй улбәхет!Әсәй улйылылыҡ!Әсәй ултыныслыҡ!- Мин әсәйемде яратам!Йыр “Мин әсәйемде яратамБалалар ултырғыстарға ултыра.II алып барыусы:- Әсәйҙәребеҙҙе йылына ике тапҡыр ҡотларға мөмкинселек бар. Әсәйҙәргә бағышлап бик күп йырҙар, әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙылған. Хәҙер әсәйҙәренә арнап балаларыбыҙ һөйөү тулы шиғырҙарын ишеттерер.Балалар шиғыр һөйләй.1-се бала: Иртән һөйөп уята,Эсерә тәмле сәйен.Баҡсаға ла оҙатаКөләс йөҙлө әсәйем.Ҡаршы ала йылмайып,Ашы, сәйе өҫтәлдә.Өйҙө матурлап ҡуяҘур ҡунаҡты көткәндәй.2-се бала: Әсәйҙәр берәү генә,Беләйек ҡәҙерҙәрен.Һәр эштә ярҙамлашып,Күрәйек күңелдәрен.3-сө бала: Бик матур минең ҡурсағым,Әсәйемә оҡшаған.Шауламағыҙ, ныҡ баҫмағыҙ.Ҡурсағым да, әсәйем дә,Икеһе лә йоҡлаған.4-се бала: Әсәйем эштән ҡайтыуғаИҙәнде йыуып ҡуям.Ҡасан ҡайта инде, тиеп,Һағынып көтөп алам.5-се бала: Мин бәхетле, бик бәхетле,Әсәйем янда һәр саҡ.Һин булғанға ғына, әсәй,Көндәрем яҡты һәр саҡ.I алып барыусы:- Беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән изге затәсәйҙәр.I алып барыусы: - Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел. (Ҡыҙҙар бейеүгә әҙерләнергә сыға) Бейеү «Сәскәле ялан»II алып барыусы:Әсәйем, күҙ нурым, Әсәйем, алтыным,Йылмая йөҙҙәрең. Һин бит иң яҡыным.Йылытып йөрәкте Үҙеңә гел тартаНур һибә күҙҙәрең. Күңелең ялҡыны.УйынӘсәйҙәргә аш әҙерләү (әсәйҙәр менән бергә)- Ҙур рәхмәт. Бик тәмле булғандыр. (Әсәйҙәр рәхмәт әйтә).- Хәҙер балаларҙы полька бейеүенә саҡырабыҙ.ЙырҺәр ваҡыт булһын ҡояш (Балалар һәм әсәйҙәр бергә башҡара)II алып барыусы: - Ҡәҙерле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Һеҙҙе тағы ла байрам менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләрегеҙгә именлек, күңелдәрегеҙҙең тыныс булыуын теләйбеҙ! Һау булығыҙ!