Уҡыусыларҙың эҙләнеү-тикшеренеү эшен ойоштороу


Скачать публикацию
Язык издания: русский
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: Уҡыусыларҙың эҙләнеү-тикшеренеү эшен ойоштороу
Автор: Абсалямова Шаура Мухаметовна

Башҡортостан РеспубликаһыӨфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Мәғариф идаралығыӨфө ҡалаһы ҡала округы Калинин районы хакимиәтенең гуманитар һорауҙар һәм мәғариф буйынса идаралығыӨфө ҡалаһы ҡала округы«52-се Лицей» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Уҡыусыларҙың эҙләнеү-тикшеренеү эшен ойоштороуМетодик ҡулланмаӨфө - 2017Төҙөүсеһе: Әбсәләмова Шәүрә Мөхәмәт ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһыУҡыусыларҙың эҙләнеү-тикшеренеү эшен ойоштороу: Методик ҡулланма. – Өфө: Китап, 2018. – 20 бит.Методик ҡулланмаға эҙләнеү-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеүселәргә кәңәштәр һәм тәҡдимдәр, шулай уҡ фәнни-тикшеренеү эштәре өлгөләре индерелде. Ҡулланма уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр өсөн тәғәйенләнә.АҢЛАТМА ЯҘЫУБөгөнгө көндә педагогикала һәм мәктәп практикаһында “тикшеренеү эшмәкәрлеге”, “тикшеренеү методы”, “проектлау методы”, “проект технологияһы” кеүек төшөнсәләр киң ҡулланыла. Был иһә, бер яҡтан, хәҙерге заман белем биреү системаһында һәр баланың шәхси потенциалын үҫтереүгә шарттар барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләһә, икенсе яҡтан, мәктәп фәндәрен эҙләнеү-тикшеренеү йүнәлешендә өйрәнеүҙең мөһимлеген билдәләй.Уҡыусыларҙың уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороуҙың методик һәм теоретик аспекттары К.Д.Ушинский, Л.Н.Толстой, Н.И.Новиков, шулай уҡ сит ил педагогтары Дж.Бруннер, А.Дистервег, Ж.Ж.Руссо, И.Песталоцци һәм башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан. Шулай уҡ был тема өҫтөндә М.И.Баһауетдинова, М.С.Дәүләтшина, Г.Н.Йәғәфәрова эшләгән.Мәктәптә эҙләнеү-тикшеренеү эштәре уҡыусыларҙы социалләштереү маҡсатынан сығып башҡарыла. Был ижади эш төплө белем алыу менән үрелеп барырға тейеш.Билдәле булыуынса, уҡыусыларҙы фәнни методтар менән таныштырыу кәрәклеге норматив документтарҙа ла күрһәтелгән: яңы белем биреү стандарттарында предметты өйрәнеүҙең маҡсаттарының береһе булып уҡыусыларҙың танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү тора. Йәғни, уҡыусы проблеманы аныҡларға, логик яҡтан дөрөҫ фекер йөрөтөргә, аргументтар ҡуйырға һәм фекерен иҫбатларға белергә, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алырға, мәғлүмәтте системаға килтерергә һәм эшкәртергә, уны төрлө ысулдар менән күрһәтә белергә тейеш. Фәнни-тикшеренеү эше түбәндәге этаптарҙан тора:I этап. Әҙерлек этабы.Әҙерлек этабында тикшеренеү өлкәһе асыҡлана. Артабан бер тар проблеманы алып, эш планы төҙөлә, тема яҡынса билдәләнә. Унан һуң төрлө сығанаҡтарҙан (китаптарҙан, Интернеттан һ.б.) мәғлүмәт йыйыу башлана. Материал йыйыу барышында текстарҙан өҙөктәр, кәрәкле иллюстрация, биографик мәғлүмәт тә туплау яҡшы.II этап.Икенсе этапта уҡытыусы етәкселегендә уҡыусы фәнни-тикшеренеү эшенең структураһын билдәләй, маҡсат, бурыстар, тикшереү объекты, предмет асыҡлана. Былар тураһында инеш өлөштә яҙыла. III этап. Өсөнсө этапта уҡыусы проблема буйынса йыйылған әҙәбиәткә байҡау яһай һәм төп өлөшөн яҙыуға күсә. IV этап - йомғаҡлау этабы.Йомғаҡлау этабында һөҙөмтәләр сығарыла, һығымта яһала.Эҙләнеү-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеүсе уҡыусыларға кәңәштәр һәм тәҡдимдәр
  • Тема һайлау.
  • Эҙләнеү-тикшеренеү эшенә тотонғанда тәүҙә ниндәй проблеманың хәл ителешен өйрәнергә теләк булыуын асыҡларға кәрәк. Фәнни эш темаһы махсус һайлана. Ул мөмкин тиклем аныҡ, конкрет, уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы һәм тар, үҙенә тартып торорға тейеш. Тар тема өйрәнелеү ентеклелеге менән айырыла. Мәҫәлән, «Өфө ҡалаһы тарихы» - киң тема, «Өфө музейҙарының тарихы» - тар тема. Шулай уҡ уҡыусының йәш үҙенсәлеген дә күҙ уңында тотор кәрәк. Уҡыусы эшләй алғандай, уның өсөн ҡыҙыҡ булған теманы һайлау мөһим. Мәҫәлән, Ә.Вахитовтың «Ир ҡанаты» әҫәрен өйрәнгәндә йылҡы малының төҫтәрен, йылҡысылыҡҡа бәйле терминдарҙы асыҡлау күләмле эшмәкәрлеккә – «Башҡорт аты» исемле фәнни-тикшеренеү эшенә алып килде. Шулай уҡ «Урал батыр» эпосын үткәндәге эҙләнеүҙәр һәм тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә «Башҡорт халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙҙар матурлығы» исемле эҙләнеү-тикшеренеү эше барлыҡҡа килде.
  • Эҙләнеү-тикшеренеү эшенең планын төҙөү.
  • План төҙөгәндә «Тикшерә торған мәсьәләне асыҡлау өсөн нимәләр эшләргә кәрәктигән һорауға яуап эҙләү мөһим. Түбәндәге методтар, эш төрҙәрен байҡау пландың эҙмә-эҙлеклелеген, күләмен билдәләгәндә ярҙам итер:а/ үҙ алдыңа уйлау, фекер йөрөтөү.
  • Был тема тураһында мин нимә беләм?
  • Ниндәй фекерҙәр әйтә алам?
  • Белгәндәремдән сығып, ниндәй һығымта яһап була?
  • Ошондайыраҡ һорауҙарға яуап биреү артабанғы эште билдәләргә ярҙам итә.б/ тикшереләсәк тема буйынса китаптар, мәҡәләләр менән танышыу.
  • Быға тиклем был тема буйынса нимәләр яҙылған?
  • Ниндәй аспекттары тикшерелгән?
  • Нимәләр әле ҡаралмаған?
  • Һорауҙарға яуапты белешмә китаптарҙан, энциклопедияларҙан эҙләй башларға кәрәк. Айырым фекерҙәрҙе, фараз итеүҙәрҙе, иҫбатлауҙарҙы яҙып ҡуйыу ҙа файҙалы буласаҡ, сығанаҡҡа һылтанма биреү ҙә шарт.«Башҡорт халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙҙар матурлығы» тикшеренеү эше барышында ла беҙ уҡыусым менән эпостарҙы һәм башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡып сыҡтыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы күп кенә халыҡ йырҙары менән таныштыҡ, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе барланыҡ.в/ кино-, телефильмдар ҡарау.Фәнни, фәнни-популяр һәм художестволы фильмдарҙан да ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алып була. г/ интернет селтәренән мәғлүмәт алыу.Бөгөнгө эҙләнеү-тикшеренеү эштәрен компьютерҙан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Интернет селтәренән теге йәки был күренеш тураһында тулы мәғлүмәт табып була. Мәғлүмәт бик күп йыйыла, шуға күрә уҡыусыларҙы тик кәрәкле материалды ғына айырып алырға өйрәтеү мөһим. Интернетта эҙләнгән ваҡытта сайттарҙың исемдәрен, һылтанмаларын яҙып алып барыу мотлаҡ!д/ кешеләрҙән һорашып, интервью алыу. Тикшеренеү предметы тураһында төрлө кешеләр менән осрашып һөйләшеү ҙә эш барышында асыҡлыҡ индерергә, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, асыҡлыҡ индерергә, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табырға ярҙам итеүе мөмкин.Бындай эштәрҙе минең уҡыусыларым ҙур теләк менән башҡара. Сөнки, беренсенән, улар яңы кешеләр менән аралашһа, икенсенән, үҙҙәрен бөтөнләй икенсе ролдә һынап ҡарай: интервьюер, алып барыусы һ.б. Мәҫәлән, Маргарита исемле уҡыусым билдәле шәхестәр менән осрашып, аралашып, уларҙан күп кенә интервью алғандан һуң киләсәктә үҙенең профессияһын телевидение менән бәйләргә ҡарар итте. е/ күҙәтеү.Тикшереү объектын күҙәтеү мөмкинлеге булһа, мотлаҡ файҙаланыр кәрәк. Күҙәтеү нигеҙендә алынған мәғлүмәтте лә яҙып барыу мөһим. Ғөмүмән, һәр эштә тормош менән бәйләнеш булырға тейеш. Тормоштан миҫалдар алып, уларҙы анализлау, сағыштырыу уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡ, файҙалы. Мәҫәлән, Алһыу «Башҡорт аты» исемле тикшеренеү эшен башҡарғанда башҡорт тоҡомло аттарҙың төрлө йылдарҙағы һанын эҙләп тапты, уларҙың ҡасан һәм ниндәй яуҙарҙа, ниндәй ярыштарҙа ҡатнашҡанын белде. «Башҡорт халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙ матурлығы» фәнни-тикшеренеү эшендә Айҙар хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙары менән бәйле статистика мәғлүмәттәрен өйрәнһә, «М.Буранғоловтың «Башҡорт туйы» драмаһында туй йолалары» исемле тикшеренеү эшендә Урал аръяғы райондарында хәҙерге ваҡытта һаҡланып ҡалған туй йолаларын өйрәнеп яҙып алды.
  • Фәнни әҙәбиәт өҫтөндә эш.
  • Фәнни әҙәбиәт өҫтөндә эшләй белеү ҙә бик мөһим, сөнки тема буйынса йыйылған әҙәбиәттән иң кәрәкле урынын үҙ фекереңде дәлилләү, раҫлау өсөн, йә булмаһа быға тиклем булған фекерҙәрҙе инҡар итеү өсөн ҡуллана белеү – ҡатмарлы эш. Материалды тәртипкә килтереү, эҙләнеү-тикшеренеү эшен әҙерләүЙыйылған материал һәр саҡ саманан тыш күп була. Ентекләп өйрәнеп, кәрәккәнен генә һайлап алыр кәрәк. Ғилми-тикшеренеү эшен әҙерләүҙең үҙ тәртибе бар. Алда билдәләгәнсә, һәр фәнни хеҙмәттә, ғәҙәттә, инеш, төп һәм йомғаҡлау өлөшө була. Инеш өлөштә проблеманың актуаллеге, тикшеренеү объекты, предметы билдәләнә. Артабан тикшеренеү маҡсаты һәм бурыстары ҡуйыла. Тикшеренеү объекты – тикшереү, өйрәнеү өсөн алынған процесс йәки күренеш, ә тикшереү предметы – нимә тикшерелә, нимә өйрәнелә – шул була. Икенсе төрлө әйткәндә, фәнни эш нимәгә бағышлана, шул тикшеренеү предметы була.Тикшеренеү эшенең маҡсаты йыйнаҡ, аныҡ булырға тейеш. Маҡсатты билдәләгәндә «иҫбатлау», «нигеҙләү», «эшләү» кеүек һүҙҙәр ҡулланыла. «Эшләү» һүҙе, мәҫәлән, видеофильм, макет, модель, проект, компьютер программаһын эшләү кеүек маҡсат ҡуйғанда ҡулланыла. Бурыстарҙы асыҡлағанда, «анализлау», «асыҡлау», «билдәләү» кеүек һүҙҙәр күберәк ҡулланыла. Бурыстар 3 - 4-тән артмаҫҡа тейеш. Бурыстарҙан сығып, тикшеренеү методтары билдәләнелә. Улар – күҙәтеү, анализлау, синтез, сағыштырыу, интервью алыу, анкета үткәреү, тарихи метод һәм башҡалар. Төп өлөштә тикшерелгән проблема буйынса сығанаҡтарға байҡау яһала (кемдәр, ҡасан, нисек был мәсьәләне тикшергән) һәм эштең төп йөкмәткеһе асыҡлана.Йомғаҡлау өлөшөндә алдағы билдәләнгән бурыстарҙың нимәләр һөҙөмтәһендә хәл ителеүе хәбәр ителә.Һығымталар ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү-ирешмәүҙе сағылдырырға тейеш. Шуға ла йомғаҡлауҙа «тикшеренеү һөҙөмтәһендә ... асыҡланды», «... иҫбатланды», «... эшләнде» кеүек һығымталар сығарыла. Һығымталарҙы шулай уҡ диаграммалар, таблицалар ярҙамында ла күрһәтергә мөмкин. Эште дөрөҫ һәм матур итеп башҡарыр кәрәк. Шрифт, юлдар араһындағы интервалдарға иғтибарлы булығыҙ. Һәр яңы бүлек, бүлексә, параграф, йомғаҡлау, сығанаҡтар теҙмәһе, ҡушымталар яңы биттән башлана. Һылтанмаларҙы күрһәтеү мөһим. Улар биттең аҫ яғында вағыраҡ хәрефтәр менән бирелә.Айырым иғтибар презентацияға бүленә. Ул сағыу, матур, дөрөҫ һәм хатаһыҙ башҡарылырға тейеш. Шрифт, слайдтарҙың төҫтәре бер стилдә булыуы зарур. Һәм иң мөһиме: эште алдан планлаштырып эшләй башлар кәрәк. Эш яҙылып бөткәс, уҡыусығыҙ менән бергәләп эште уҡып сығығыҙ, уның һәр һөйләмен, һүҙен анализлағыҙ, хатаһыҙ уҡырға өйрәтегеҙ. Уҡыусы эште белергә тейеш. Телмәренә иғтибар итегеҙ. Жюри ағзаларының һорауҙарын күҙаллағыҙ. Шулай итеп, фәнни эш менән шөғөлләнеүҙә маҡсат, бурыстар, һығымта, тикшереү тәртибе, методтар үҙ-ара логик бәйләнештә була һәм яҙғанда ла билдәле бер тәртиптә бирелә.Миҫал өсөн Бәләкәй фәндәр академияһының фәнни-тикшеренеү эштәре республика конкурсында I урын яулаған, шулай уҡ Рәсәй кимәлендә үткәрелгән фәнни-тикшеренеү конференцияларында призлы урындар яулаған уҡыусыларымдың эштәрен тәҡдим итәм.Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы“52-се Лицей” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһыБАШҠОРТ ХАЛЫҠ ИЖАДЫНДА ҠАТЫН-ҠЫҘ МАТУРЛЫҒЫБашҡорт әҙәбиәте буйынса ғилми-тикшеренеү эшеӘҙерләне:10-сы класс уҡыусыһы Йосопов Айҙар Рәшит улыЕтәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһыӘбсәләмова Шәүрә Мөхәмәт ҡыҙы Өфө – 2016Матур матур түгел, һөйгән матурӘйтемКөтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!.. Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде Үҙең күр ҙә үҙең бел инде... Р.ҒариповИнеш өлөшМатурлыҡ. Ниндәй киң төшөнсә ул. Уны һәр кем үҙенсә аңлай, ҡабул итә. Матурлыҡ бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тап ошо төшөнсә кешене илһамландыра, бейеклектәргә әйҙәй. Матурлыҡҡа ынтылып, матурлыҡ тыуҙырып йәшәүселәр ысын мәғәнәһендә бәхетле кешеләр.Мәңгелек философик категорияларҙың береһе булған матурлыҡ төшөнсәһе кешелек тормошоноң бөтә өлкәләрендә лә урын ала. Кешенең төҫ-ҡиәфәтенән башлап тотонған һауыт-һабаһына, эш ҡоралдарына, һөйләгән һүҙенә, эшләгән эшенә тиклем барыһы ла матур булырға тейеш. Матурлыҡ төшөнсәһе кешегә бала сағынан уҡ таныш һәм яҡын. Һәр ата-әсә үҙ балаһын матурлыҡты тойорға, матур булырға өйрәтергә тырыша.Халҡыбыҙҙың матурлыҡҡа ынтылыуы, матурлыҡты күҙаллауы халыҡ ижады әҫәрҙәрендә яҡшы сағылыш тапҡан. Халыҡ ижадының һәр жанрында матурлыҡ үрнәктәрен табырға мөмкин. Был осраҡта беҙ иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙ матурлығын күҙ уңында тотабыҙ әлбиттә, сөнки “матурлыҡ” һәм “ҡатын-ҡыҙ” төшөнсәләре бер-береһенән айырылғыһыҙ.Актуаллек: заманалар болғанған, ғөрөф-ғәҙәттәр онотолоп юғала барған осорҙа был теманы күтәреп сығыу бик актуалдер, тип уйлайым. Сөнки башҡорт халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығын һүрәтләү ҙур урын алһа ла, уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда күркәм холҡона, уңғанлығына өҫтөнлөк бирелә. Маҡсат: Ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлығын һүрәтләгән башҡорт халыҡ ижады өлгөләре аша йәш быуында тышҡы һәм эске матурлыҡҡа һөйөү, әҙәплелеккә ынтылыш тәрбиәләү.Эштең бурыстары:
  • Халҡыбыҙҙың эпостарын, йырҙарын, мәҡәл-әйтемдәрен өйрәнеп, ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлығын сағылдырған юлдарҙы табып яҙып алыу,
  • Статистика мәғлүмәттәрен өйрәнеү, анализлау,
  • Башҡортостаныбыҙҙың танылған, билдәле ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашыу, интервью алыу,
  • «Идеалың кем? Ни өсөн һорауҙарына яуап алыу (опрос).
  • Эштең структураһы: тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора. Эш барышында башҡорт халҡының киң билдәле эпостарын, ҡобайырҙарын, йыр һәм таҡмаҡтарын, мәҡәл-әйтемдәрен, әкиәттәрен өйрәндек; шулай уҡ хәҙерге заман әҙәбиәтенә күҙ һалдыҡ һәм статистика мәғлүмәттәрен анализланыҡ. Халҡыбыҙҙың күренекле актрисаларынан интервью алдыҡ.Төп өлөшҺәр замандың матурлыҡ тураһында үҙ төшөнсәләре бар.Ҡатын - ҡыҙ менән матурлыҡ йәнәш йөрөй, тип кенә әйтеү ҙә аҙ. Ҡатын-ҡыҙ − үҙе үк матурлыҡ. Һәр кем үҙенсә гүзәл булһа ла, тышҡы матурлыҡтың камиллығын билдәләгән сифаттар бар. Кешелек борон - борондан матурлыҡҡа һоҡланып йәшәгән. Шуныһы ғына − тышҡы ҡиәфәттең камиллығын билдәләгән сифаттар төрлө дәүерҙә төрлөсә, улар һәр ваҡыт үҙгәреү юлында. Бөгөнгө заман ҡыҙҙары нисек матур булырға тырышһа, боронғолар ҙа камиллыҡ өсөн йәнен фиҙа ҡылған.Халҡыбыҙҙың матурлыҡҡа ынтылыуы, матурлыҡты күҙаллауы халыҡ ижады әҫәрҙәрендә яҡшы сағылыш тапҡан. Халыҡ ижадының һәр жанрында матурлыҡ үрнәктәрен табырға мөмкин. Был осраҡта беҙ иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙ матурлығын күҙ уңында тотабыҙ, әлбиттә, сөнки “матурлыҡ” һәм “ҡатын-ҡыҙ” төшөнсәләре бер-береһенән айырылғыһыҙ. Ҡатын-ҡыҙ матурлығының сағыу үрнәктәрен ҡобайырҙарҙа табырға мөмкин. Мәҫәлән, “Мәргән менән Маянһылыу” ҡобайырында Урал ҡыҙҙарының матурлығы түбәндәгесә һүрәтләнә:Уралдың һылыу ҡыҙҙарын –Ҡарағусҡыл сейәләйЯнып торған йөҙҙәрен,Шәлкемләнгән ебәктәйШоморт ҡара сәстәрен,Сал бөркөттәй кәпәйепҠалҡып торған түштәрен,Атта уйнап сыныҡҡанБал ҡортондай билдәрен,Ҡырсын ташҡа һибелгәнКөмөштәй сыҡҡан моңдарын,Айҙай ҡыйғас ҡаш аҫтыҠуғалы һылыу күлдәрҙәй,Керпеге үтә һөҙөлөп,Йылмайыусан күҙҙәренҺылыуҙарҙы белгән һуң,Айҙай Урал һылыуыМаянды күргән һуң…Миҫалдан күренеүенсә, һүҙ Урал һылыуҙары тураһында бара. Урал һылыуы тигәндең артында башҡорт һылыуы тора. Халыҡ ижады әҫәрҙәрендә , ғәҙәттә, ҡыҙ матурлығын баһалау уның йөҙөнән башлана. Үрҙә, ҡобайырҙан килтерелгән миҫалда ла, иң тәүҙә иғтибар ҡыҙҙың янып торған йөҙөнә, ҡыйғас ҡашына, йылмайыусан күҙҙәренә йүнәлтелгән. Артабан сәсенең матурлығы, ҡалҡыу түше, нәҙек биле тураһында әйтелә. Башҡорт халҡының бөйөк эпосы “Урал батыр”ҙа Һомайҙың, “Аҡбуҙат”та Мәсем хандың ҡыҙы Айһылыуҙың матурлығын һүрәтләгән юлдар бар. Уларҙа ла күберәк иғтибар тышҡы ҡиәфәттән йөҙөнөң матурлығы: нәҙек ҡара ҡаш, оҙон керпектәр, нур сәсеп торған ҡара күҙҙәр, һирәгерәк - битендәге миңе, тештәре, йылмайыуы телгә алына:Ҡуңыр һылыу, ҡыйғас ҡаш,Эйәк-бите уйылған,Һул битенең уртаһыКүҙ ҡаралай миңләнгән;Йүрмә-йүрмә ишелеп,Ике яҡлап, сикәләп,Тамсы гөлдәй елберҙәп,Иңбашынан һалдырып,Оҙон сәсен матурлап,Өсмә яһап төшөргән;Оҙон керпеге ашаҠара күҙен йылмайтып,Бит уймаһын уйнатып,Көләс йөҙөн көлдөрөп,Дертләп торған күкрәгенУралғараҡ ыҡлатып,Һөйләп киткән шулай тип...(«Урал батыр» эпосынан Айһылыу образы)*Халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙ матурлығын һүрәтләү айырыуса йыр жанрында күп осрай. Билдәле булыуынса, мөхәббәт йырҙарының күбеһендә ғашиҡ егеттең һөйгән ҡыҙының һылыулығына дан йырлау аша хис-тойғоларының көсөн һүрәтләү ҙур урын ала: Ҡыйылған ҡара ҡаштарыңҠарлығандай күҙҙәрең. Тешең – ынйы, йөҙөң – көҙгөКүҙең – йондоҙ, ҡашың – ай, Бер битеңдә балҡый ҡояш,Бер битеңдә балҡый нур._________________________________________________________*«Башҡорт халыҡ ижады. Эпос». Беренсе китап. Өфө: Китап-1972, 87-се бит . Зәлифәкәй ҡыҙҙың йөн яулығын Ябынмаған кеше ҡалманы. Зәлифәкәй һылыу буйға еткәс, Һоҡланмаған кеше ҡалманы («Зәлифәкәй»). …Айға ла ғына көнгә тиңләмәйем,Һылыулығың, Шәүрә, шул саҡлы («Шәүрә»).
  • Хан ҡыҙы, ас ишегең, мин керәйем,
  • Һинең буйың зифа, тиҙәр, мин күрәйем.
  • Минең буйым күреп, һиңә ниҙәр файҙа,
  • Ағиҙелдә буй-буй ҡамыш күрмәнеңме?
  • Хан ҡыҙы, ас ишегең, мин керәйем,
  • Һинең тешең ап-аҡ, тиҙәр, мин күрәйем.
  • Минең тешем күреп, һиңә ниҙәр файҙа,
  • Сауҙагәрҙә ынйы-мәрйен күрмәнеңме? («Хан ҡыҙы»)**Башҡорт халҡының бай теле, йор һүҙе уның мәҡәлдәрендә сағыла. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлығы, уңғанлығы, саялығы тураһында ла бик матур, тапҡыр итеп әйткән улар: «Буялған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур», «Матур ҡатын ир күрке», «Әтәс - ҡойроғо, ир - мыйығы, ҡатын-ҡыҙ сәсе менән матур», «Матур - күҙ өсөн, аҡыллы – күңел өсөн», «Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк», «Матурлыҡ – күҙ өсөн, холоҡ – күңел өсөн», «Матурлыҡ йөҙҙә түгел, һүҙҙә». Ҡатын – ҡыҙ һәм матурлыҡ төшөнсәләре бер бөтөн булған кеүек, ҡатын – ҡыҙ янында һәр ваҡыт ир – егет төшөнсәһе лә ныҡлы урын алған. Ҡатын – ҡыҙҙың һылыулығы, уңғанлығы маҡталһа, ир – егеттең батырлығы, саялығы телгә алына: «Ҡыҙ тыйнаҡ булһа, ир йыйнаҡ була», «Егет булһа, батыр булһын, ҡыҙ булһа, матур булһын”____________________________________________________________** «Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре», Өфө: Китап, 1997.«Ҡыҙыл төлкө – ер күрке, матур егет – ил күрке, матур ҡыҙҙар – өй күрке», «Ир батырлығына таянһа, ҡатын матурлығына таяныр»***Донъяла матурҙар күп булыуы, ә һөйгән йәрҙең берәү генә булыуы тураһында ла әйтелә йырҙарҙа: «Ал бер генә була ул, Гөл бер генә була ул. Йән яратҡан, күңел тартҡан, Йәр бер генә була ул», ә мәҡәлдәрҙә «Илдә матур күп булыр, йән һөйгәне бер булыр», «Бер йөрәктә ике мөхәббәт булмай» һ.б.Ҡатын-ҡыҙ матурлығы хәҙерге заман әҙәбиәтендәҠатын-ҡыҙ матурлығына һоҡланыу, ҡатын-ҡыҙ затына булған ихтирам һәм һөйөү быуындан-быуынға күсә килеп, хәҙерге әҙәбиәттә лә сағылыш таба. Мәҫәлән, һәр һүҙе алтынға тиң булған, бер генә лә кире ҡатын-ҡыҙ образы тыуҙырмаған, киреһенсә, гүзәл затты даһилаған, аллалаштырған, ысын саф мөхәббәтте ысыҡтай күҙ йәштәренә тиң һынландыра алған бөйөк Мостай Кәримдең әҫәрҙәре күңелгә һуғылмайынса, йөрәккә эҙен һалмайынса үтмәй. Бына уның «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесынан Аҡйондоҙ образы:«…Алыҫтан килде, тинеләр, киленде – бик алыҫтан – Дим үренән. Килене килен генә түгел, күрер күҙгә мөғжизә, һиҙгер күңелгә тамаша ине…»«…Төҫө-башы, торошо-йөрөшө менән дә, күҙ ҡарашы, хатта тауышы менән дә беҙҙең өсөн ят, сәйер, тылсымлы ине, гүйә, ул бөтөнләй башҡа тупраҡта, башҡа күк аҫтында, башҡа һауаны һулап үҫкән. Эскәне лә һыу түгел, моғайын, шәрбәт булғандыр. Юғиһә, шундай яғымлы тауыш ҡайҙан килһен ти ул?Әйткәнемсә, бер ҡарауҙа ир-атты әсир яһап, Мәжнүн итер ҡатындар күп ине беҙҙә, ә бындайы әле юҡ ине. Исеме лә бығаса ҡолаҡ ишетмәгән исем бит – Аҡйондоҙ...»«…Аҡйондоҙға беҙ ай үткәс тә, йыл үткәс тә, ғүмер баҡый ҙа уны ғәҙәти итеп күнегә алманыҡ. Нисектер, ул бөтөнләйгә ергә ___________________________________________________________________ *** М.Х.Әхтәмов «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге», Өфө – “Китап”, 2008.төшөп етмәне, беҙҙең араға инеп юғалманы, саҡ ҡына юғарыраҡ ерҙә, буй етмәҫерәк арала ҡалды. Был уның тәҡәбберлегенән, эрелегенән түгел ине. Унда маһайыуҙың, һауаланыуҙың әҫәре лә булманы. Кешеләр үҙҙәре уны шулай юғары ҡабул итте һәм әллә ниндәй хәлдәрҙә лә түбән төшөрмәне. Беҙҙең Серсә урамы башта Аҡйондоҙҙоң сибәрлегенә, һылыулығына һоҡланды, тора-бара уның уңғанлығына, булдыҡлылығына, илгәҙәклелегенә хайран ҡалды…»«Усына ҡош ҡундырып һайратыр, тыны менән өрөп сәскә бөрөләре астырыр ҡатындар булыуын мин әле белмәй инем. Улар бар икән. Ана шуларҙың береһе Аҡйондоҙ булған икән...»Мостай Кәримдең традицияларының дауамын хәҙерге замандың йәш яҙыусылары ижадында ла күрергә була. Мәҫәлән, Илгизәр Бураҡаевтың «Башҡорт көсө» хикәйәһендәге яугир ҡатын образы: «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығын белһә лә, яугир ҡатынды был тиклем дә һылыу булыр тип һис тә уйламағайны Хан. Оҙон толомло, сөм ҡара күҙле, йөҙөн тулыһынса тиерлек ҡаплаған саң да уның алһыуланып торған аҡ йөҙөнөң матурлығын йәшерә алмай ине.— Яҡыныраҡ кил! — тип бойорҙо Хан. Яугир ҡатын Хан яғына бер-ике аҙым яһаны ла туҡтаны. Ашыҡмай ғына яһаған хәрәкәттәрендә лә етеҙлеге һәм йылғырлығы, ә үҙенең тотошонда буйһонмаҫ көс тойола. Ә йөҙөндә ҡурҡыуҙың ғына түгел, хатта тулҡынланыуҙың да эҙе юҡ... Хан быға һоҡланыуын йәшерә алмай, бойороҡ тауышын үҙгәртеп ебәрҙе:— Кем булаһың, Ҡыҙ батыр? — тип һораны.Яугир ҡатын исемен, ырыуын, тамғаһын, ҡошон әйтте. Хан уның тауышын ишеткәс, тертләп ҡуйҙы. Уның тауышы Хан көткәнсә ҡалын да, көслө лә түгел, ә ҡарашы кеүек үк наҙлы, йомшаҡ, яғымлы ине. Әгәр ҙә Хан бынан алда ғына яугир ҡатындың нисек һуғышҡанын үҙ күҙҙәре менән күрмәһә, уның һуғышсыларының бер нисәһен үлтергәнен күҙәтеп, йәне әрнемәһә, бындай наҙлы ҡарашлы һәм яғымлы тауышлы ҡатындың аяуһыҙ һуғыша алыуына ышанмаҫ ине...»Күренеүенсә, был әҫәрҙәрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығы аша күңел байлығы, рух көсө сағылдырыла. Матурлыҡ – мөхәббәтте тыуҙыра, ә мөхәббәт һаҡлауҙы һәм тоғролоҡто талап итә. Ҡатын-ҡыҙ – донъя матурлығы, биҙәге. Улар – был ерҙә гүзәллекте булдырыусы илаһи зат. Элек-электән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары әҙәпле, итәғәтле, сабыр, тыйнаҡ булған. Ләкин быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡанундар, ҡағиҙәләр заман менән үҙгәрә килә. Ҡайһы бер заман һылыуҡайҙары, мода артынан ҡыуабыҙ тип, клоун хәленә төшә. Һыра, тәмәке уларҙың тормошона үтеп ингән. Бер ҡулына – шешә, икенсеһенә тәмәке тотоп, урамдан үтеп барған гүзәл затҡа ҡарап тороуы аяныс. Рухи тәрбиә һәр кемдең аңына бәләкәйҙән һалынырға тейеш. Бала бәләкәй саҡтан матурлыҡты күреп, тойоп үҫһә, ул аҙаҡ үҙе лә шуға ынтыласаҡ. Ә был сифаттар уның күңеленә тик ғаиләлә һалына. Элекке быуындың тәрбиәгә ҡағылышлы, оло әһәмиәткә эйә булған ҡайһы бер мәҡәл, әйтемдәре лә ошо уҡ ҡағиҙәгә арналған. Мәҫәлән, "Сабыйҙы бишектән өйрәт", "Баланы бишектә үк тый, буй еткәс, тыйырмын тимә", "Баланан ҡәҙер күрәм тиһәң, дөрөҫ тәрбиәлә", "Тал сағында бөкмәһәң, таяҡ булғас, бөгә алмаҫһың", "Баланы йәштән тый, йәштән эшкә бөк", "Ҡыҙ балаңды ҡырҡ урындан тый" кеүегерәк өйрәтеүҙәрҙең ни тиклем дә мәғәнәле булыуын күрәһең. Әлбиттә, "тыйыу" тигәс тә, берәү ҙә балаһын нимәнәндер мәхрүм итеп, ҡәтғи сикләп ултырмаған. Бары тик үҙ тәжрибәһенә таянып, сама белеп, бала күңеленә барып етерҙәй тос һүҙҙәр һайлап ҡына, кинәйәләп тә, ишаралап та ярамағандар тураһында әйтеп барған. Шул арҡала тәрбиә ҡанундарын кесе йәштән күңеленә һеңдергән әҙәпле лә, тәрбиәле лә балалар үҫкән. Донъялағы бар халыҡтарҙың да ниндәйҙер күренештәргә, хәл-ваҡиғаларға, кешелек сифаттарына ҡарата тыйыуы, үҙ ғөрөф-ғәҙәте бар. Быларҙың барыһы ла кешене матур ҡылыҡтарға, изге ғәмәлдәргә өндәгән, алама ғәҙәттәрҙән ҡурсыған. Ошондай мөхиттә үҫкән балалар иһә тәртиплерәк булған, олоно - оло, кесене кесе итә белгән, ишара, кинәйәләр менән тәрбиәләүҙе аңлап үҫкән.Башҡорт халҡы элек-электән ғаилә ҡороуға ҙур иғтибар иткән. Кәләш һайлағанда уның нәҫел – затына, ҡыҙҙың уңғанлығына ҡараған. Рауза сәскәләре сүплектә үҫмәй, уны һәйбәт итеп ҡаралған баҡсаларҙан эҙләйҙәр. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм әйткән: «Ҡыҙ кешене дүрт сифатына ҡарап алалар: байлығына, йәмәғәттә тотҡан урынына, матурлығына һәм иманына. Һеҙ иманына ҡарап алығыҙ – бөтә яҡтан да уңырһығыҙ»(Бохари хәҙистәре йыйынтығынан). Матурлыҡ тураһында иһә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм) былай тигән: «Ҡатын кеше иренең күҙен шатландырып торһон», йәғни һәр яҡлап матур булһын. Статистика мәғлүмәттәреДонъяның барлыҡ илдәрендә тиерлек халыҡтың күпселек өлөшөн ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, республикабыҙҙа 2 миллион 163 мең гүзәл зат вәкиле йәшәй (сағыштырыу өсөн: ирҙәр -1 миллион 892 мең). Был дөйөм халыҡ һанының 53 проценты. Уртаса алғанда 1000 ир кешегә 1139 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Күрһәткестәргә ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо 75, ир-егеттәрҙеке 63 йәш. Республикалағы йөҙйәшәрҙәрҙең 90 проценты ла ҡатын-ҡыҙҙар.Иҡтисадта 48 процент ҡатын-ҡыҙ мәшғүл. Гүзәл заттар бөтөн иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнаша. Йылдан-йыл эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың статусы күтәрелә бара: ҡатын-ҡыҙ – етәксе, сәйәсмән, эшҡыуар. Һәр ҡайһыһында улар һөнәрилек, эшлеклелек, яуаплылыҡ күрһәтә.Уңышлы хеҙмәт эшмәкәрлеге, үҙ-үҙен күрһәтеү һәм һөнәри үҫеш заманса ҡатын-ҡыҙҙың мөһим ҡиммәттәре булып тора. Әммә ҡатын-ҡыҙҙың төп роле һәм ысын тәғәйенләнеше булған ғаилә усағын булдырыу һәм уны һаҡлау, балалар тыуҙырыу һәм тәрбиәләү уны йәмғиәттә иң юғары баҫҡысҡа күтәрә.Үкенескә ҡаршы, гүзәл заттар менән бәйле кире статистика мәғлүмәттәре лә бар. Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла йылдан-йыл алкоголь ҡулланған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны арта. Эксперттарҙың әйтеүе буйынса, алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыуҙан Рәсәйҙә йыл һайын 2,5 миллион кеше һәләк була. Был инде бөтә ир-егеттәрҙең - 6%, ә ҡатын- ҡыҙҙарҙың бөтә үлеменән 2% тәшкил итә. Был һандар Башҡортостан буйынса ла тап килә, тиерлек.2015 йылда Рәсәйҙә 417,5 мең алкоголизм менән ауырыусы ҡатын-ҡыҙ теркәлгән, Башҡортостанда – 60 мең тирәһе. Статистикаға ҡарағанда, 10 йыл элек Башҡортостанда 10 эскән кешәгә 1 ҡатын-ҡыҙ тура килһә, хәҙер – 4. Ҡот осҡос һандар! Шул бәлә арҡаһында күпме йәш ғаилә тарҡала, күпме ҡатын-ҡыҙ әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә, күпме балалар етем ҡалып, балалар йорттарына тапшырыла ****Социаль һорау алыу йомғаҡтарыХалҡыбыҙҙың үрнәк алырлыҡ һоҡланығыс, һәр яҡлап өлгө булырлыҡ, танылыу яулаған ҡатын-ҡыҙҙары – Тәнзилә Хисамова һәм Лилиә Ишемйәрова менән осрашып аралашырға тура килде миңә. Уларҙан Хәҙерге заман башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?”, “Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан кемде идеалығыҙ тип әйтә алаһығыҙ? Ни өсөн?”, “Хәҙерге заманда тәмәке тартып, һыра эсеп торған йәш ҡыҙҙарҙы йыш күрергә тура килә. Был нимәнән ғибәрәт? Һеҙҙеңсә, ҡыҙ баланы тәрбиәләгәндә нимәгә күберәк иғтибар итергә кәрәк?” тигән һорауҙарға интервью алдым (видеояҙма).Шулай уҡ мин уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләрҙән: «Ҡатын-ҡыҙҙар арһында идеалың кем?» - тигән һорауға яуаптар алдым. Һөҙөмтәләр ошолай булды:
  • Әсәйем - 33
  • Йырсылар Нюша, Елка, Земфира – 18
  • Уҡытыусым – 8
  • София Ротару – 4
  • ______________________________________________________**** http://raduga.blagpanorama.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=704:2013-04-18-08-49-51&catid=100:-2013--6&Itemid=53
  • Таңсулпан Бабичева – 4
  • Актриса Джулия Робертс – 4
  • Рәшиҙә Туйсина - 4
  • Розалия Солтангәрәева – 3
  • Мадонна – 2
  • Рушана Бабич – 2
  • Фирҙәүес Хисаметдинова – 1
  • Ирина Хакамада - 1
  • Әлфиә Юлсурина - 1
  • Рима Амангилдина – 1
  • Тәнзилә Хисамова – 1
  • Эльвира Нәбиуллина - 1
  • Анна Ахматова – 1
  • Принцесса Диана – 1
  • Күреүегеҙсә, һәр замандың, һәр быуындың үҙ идеалдары бар. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн идеал булып уларҙың әсәләре һәм класс етәкселәре торһа, юғары класс уҡыусылары Рәсәй һәм сит ил артистарына оҡшарға теләй. Халҡыбыҙҙың матур ҡатын-ҡыҙҙарының да исемдәрен ошо исемлектә күреү бик ҡыуаныслы, әлбиттә. ЙомғаҡлауДөйөмләштереп әйткәндә, башҡорт халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығын һүрәтләү ҙур урын алһа ла, уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда күркәм холҡона, уңғанлығына өҫтөнлөк бирелә. Шуға ла халыҡта “Күңел һөймәһә, күҙ һөймәҫ”, “Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк”, “Яҡшы ҡатындың ире кейеменән билдәле”, “Яҡшы ҡатын арыш онон кәбәк итер, яман ҡатын бойҙай онон харап итер” кеүек мәҡәлдәр бөгөнгө көндә лә йыш осрай һәм йәшәүен дауам итә. Борон-борондан ҡатын-ҡыҙҙың төп эше - ғаилә усағын һаҡлау, быуынды дауам итеү, балаларҙы тәрбиәләү булған. Әсә алдында батшалар башын эйгән, шағирҙар уларға арнап шиғыр сығарған. Әммә, үкенескә ҡаршы, әлеге ваҡытта йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың баһаһы кәмей бара. Был хәлде кисекмәҫтән төҙәтер кәрәк. Хөкүмәт эше, тип кенә ҡул һелтәп ҡуйыу дөрөҫ булмаҫ, бөтә халыҡтың эше булырға тейеш был. Тәрбиәселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа, медицина хеҙмәткәрҙәре лә, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары ла, урындарҙағы хөкүмәт вәкилдәре лә мөмкин тиклем берләшеп, бер йүнәлештә эшләргә бурыслы, тип уйлайым. Берҙәм булған осраҡта ғына йәмғиәттең был сирен еңеп сыға алырбыҙ.Ҡулланылған әҙәбиәт һәм интернет ресурстары
  • «Урал батыр» эпосы.
  • «Башҡорт халыҡ ижады. Эпос». Беренсе китап. Өфө: Китап, 1972
  • «Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре», Өфө: Китап, 1997.
  • М.Х.Әхтәмов «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге», Өфө – “Китап”, 2008.
  • «Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре» төркөмө, http://vk.com/club32428395
  • «Башҡорт теле уҡытыусылары порталы»,
  • «Урал», Белорет район-ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите, 2013 йыл 7 ноябрь.
  • Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы“52-се Лицей” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһыМ.Буранғоловтың «Башҡорт туйы» драмаһында туй йолалары (хәҙерге ваҡытта Урал аръяғы райондарында һаҡланып ҡалған туй йолалары менән сағыштырыу)Башҡорт әҙәбиәте буйынса ғилми-тикшеренеү эшеӘҙерләне:10-сы класс уҡыусыһы Йосопов Айҙар Рәшит улыЕтәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһыӘбсәләмова Шәүрә Мөхәмәт ҡыҙы Өфө – 2017Әллә нисәмә быуатлыҡ тарихы булған халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бик күп. Шуныһы ҡыуаныслы, улар иҫкермәй, киреһенсә, тулылана бара. Йола ижады – быуаттар буйы халыҡтың тормош-көнкүрешен, рухи байлығын сағылдырыусы боронғо мираҫ. Кеше йола менән яҡты донъяға тыуған, йола менән мәңгелек донъяға оҙатылған. Улар халыҡ ижады өлгөләрендә лә һаҡланып ҡалған.Эҙләнеү эшенең актуаллеге: Хәҙерге ваҡытта йола байрамдарына иғтибар арта. Байрамдар аша әйләнә – тирәгә һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләнә. Йолаларҙы өйрәнеү, һаҡлап алып ҡалыу, киләсәк быуындарға еткереү беҙҙең изге бурысыбыҙ.Эштең маҡсаты: М.Буранғоловтың «Башҡорт туйы» драмаһында бирелгән туй йолалары менән хәҙерге ваҡытта Урал аръяғы башҡорттарының туй йолалары араһында параллель үткәреү, сағыштырыу, йәш быуынға еткереү.Бурыстары: 1. Туй йолаларын өйрәнеү, яҙып алыу, 2. Дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа йолаларҙы сәхнәләштереү, ата-әсәләр алдында сығыш яһау.Тикшеренеү предметы: Башҡорт халҡының туй йолалары.Практик әһәмиәте: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәрендә ҡулланыу.ИнешЙолалар башҡорт халҡы тормошондаБорон замандан беҙҙең көндәргә килеп еткән байрамдар бар. Һәр береһенең үҙ ваҡыты, үҙ тәртибе булған, ләкин улар барыһы ла халыҡты берләштергән, уларҙа эстетик зауыҡ тәрбиәләгән. Был байрамдар тирә –яҡ мөхиткә, кешеләргә, ҡош- ҡортҡа ололау уятҡан.Билдәле булыуынса, ғүмерҙең, йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө һәр кемдән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Кешенең һәр аҙымы, хатта ниәт- маҡсаттары ла элек-электән ҡанундарға яраҡлаштырылған. Уларҙы бөтә кеше үтәргә тейеш булған. Ана шуны йола, йола үтәү, йола атҡарыу тиҙәр.Йола атҡарғанда көйләнә, һөйләнә торған телмәр өлгөләре, ғәҙәттә, йола фольклоры тип йөрөтәләр. Йола атҡарыу йыш ҡына театраль күренеште хәтерләтә.Башҡа халыҡтарҙыҡы менән уртаҡлыҡтары, оҡшашлыҡтары булған хәлдә лә, нәҡ йола күренештәре һәр халыҡтың милли булмышын билдәләүсе иң мөһим күрһәткес иҫәпләнә. Шуға ла , берәй халыҡ тураһында мәғлүмәт йыйыр булһалар, тикшеренеүселәр уның йолаларына иғтибар иткән. Башҡорттарға ҡағылған хеҙмәттәр ҙә шуға дәлил. Әхмәт Ибн-Фаҙлан һәм Әбү-Хәмит Әл-Ғарнати ҡалдырған сәйәхәт яҙмаларында башҡорттарҙың төрлө илаһи заттарға, алпамышаларға ышаныуҙары тураһында телгә алына. Хәҙерге көндә ошо йолаларҙың ҡайһы берҙәрендә улар сағылыш таба.Башҡорт халыҡ йолаларын ике төркөмгә бүлеп йөрөтәләр:
  • тәбиғәт – ыҙан йолалары (һабантуй, Науруз байрамы, Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Ҡаҙ өмәһе һәм башҡалар)
  • ғаилә- көнкүреш йолалары (бала тыуыу, бала бағыу, туй йолалары, мәйетте ерләү) .
  • Халыҡ йолалары мифологик ҡараштарға, төрлө имләүҙәргә, ырым- ышаныуҙарға, юрауҙарға нигеҙләнә.Башҡорт халҡының иң матур, күркәм йолаларының береһе – туй йолалары. Башҡорт халҡының туй йолалары, уларға бәйле тыуған поэтик мираҫ – ғәжәп бай һәм фәһемле. Туй үҙе бер теүәлләнгән тамаша, халыҡ пьесаһы, драмаһы булып күҙ алдына баҫа. Ҡыҙ яусыларҙан алып, килендең ҡәйнә йортона төшөүөнә тиклем эҙмә-эҙлекле ваҡиғалар үҫешен күреп була был тамашала. Ғаилә ҡороуға бәйле поэтик материал, үҙенсәлекле ижад төрөнә әйләнеп, башҡорт халҡының рухи байлығын, мәҙәниәтен тыуҙырыуҙа ла мөһим роль уйнаған. Ғаилә ҡороу – ырыу-ҡәбилә өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Сөнки ул бала тыуыу, нәҫел ҡалдырыу, ырыуҙы ишәйтеү кеүек мөһим мәсьәләләрҙе күҙ уңында тота. Туй ғөрөф-ғәҙәтенә бәйле ҡайһы бер йолаларҙың маҡсаты яңы ғаиләгә байлыҡ, муллыҡ, шатлыҡ, бәхет, оҙон ғүмер, күп бала теләүҙән, икенселәре өйләнешеүселәрҙең зарарлы көстәр тәьҫиренән аралап ҡалыуҙан тора. Йыр, ҡурай, уйын, төрлө йолалар – йәштәрҙе данлау, ҡушылыуҙы хуплау, туйға тантаналыҡ биреү сараһы ла. Түбәндә бирелгән эҙләнеү эшемде башҡарған ваҡытта мин халыҡ ижады әҫәрҙәренә байҡау яһаным, М.Буранғоловтың «Башҡорт туйы» драмаһы менән әлеге ваҡытта Урал аръяғы башҡорттарында һаҡланып ҡалған туй йолаларын өйрәндем, сағыштырҙым. Төп өлөшУрал аръяғында быуаттар буйына әҙәби телде, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап килгән башҡорттар йәшәй. Улар тормошонда әлеге көндә лә йолалар бик яҡшы һаҡлана, үтәлә. Бигерәк тә туй йолалары бик матур күренеш, күп саҡта уларҙы иҫ киткес итеп эшләнгән спектакль менән сағыштырып була.Башҡорт туйы бик күп күренештәрҙән, йолаларҙан тора: бишек туйы, һырға туйы, ҡыҙ күҙләү, яусылау, мәһәр килтереү, таҫтамал ҡотлау, егет һәм ҡыҙ йорттарында кәңәштуй, ҡоҙа килеү, туй ҡаршылау, ҡыҙ йәшереү, ҡыҙ ҡушыу, мунса кереү, көрәгә асыу, сыбыртҡы ашы, ҡыҙ оҙатыу, сеңләү, килен төшөрөү, килен һөйөү, һыу башлау, арбау, теләк әйтеү һ.б.
  • Бишек туйы
  • Ике ғаилә, үҙ-ара туғанлашыу-дуҫлашыу ниәтенән, тыуасаҡ балаларын йәрәштерергә һүҙ бирешәләр. Береһенең ҡыҙы, икенсеһенең улы тыуһа, бишек туйы үткәреү ваҡытын тәғәйенләйҙәр. Ғәҙәттә, туй балалар тыуыуына ҡырҡ көн тулғанда уҙғарыла. Исем ҡушыу йолаһы ла ошо туйҙа үткәрелә. Бығаса баланы тәүге исеме менән генә исемләп йөрөтәләр. Ғаиләлә тәүге балалар үлеп торһа, бишек туйын мотлаҡ үткәрергә тырышалар.Бишек туйы ҡыҙ атаһы йортонда үтә. Балаларҙың ата-әсәләре сит ырыуҙан абруйлы кешеләрҙе ҡиәмәтлек ата-әсә* итеп һайлайҙар, уларҙы туйға саҡыралар. Ҡиәмәтлек ата-әсә булыу хөрмәтле һәм изге эш иҫәпләнгән.________________________________________________________*Ҡиәмәтлек (морондоҡ, үкел) ата-әсә ситтән төшкән килендең аралашып йөрөр өсөн бүләк биреп, атай-әсәй итеп яһап алған кешеләре.Бишек туйында ике яҡ бер-береһенә бүләк бирешә. Шулай уҡ ҡиәмәтлек ата-әсәгә, килгән әбей-һәбейҙәргә бүләктәр бирелә. Йәрәшеү билдәһе итеп, ике яҡ бер туҫтаҡтан ҡымыҙ эсә. Был йола бата эсеү тип атала. Шунан сабыйҙарҙан бер-береһенән ҡолаҡтарын тешләтәләр . Әбейҙәр әйтә:Ир бала ла ирәбе Атаһынан ҡот ейгән. Ҡыҙ бала ла ирәбе Әсәһенән һөт имгән.Собханалла , машалла ! Яман күҙҙән һаҡлаһын, Яман артаҡтан һиҫкәнмәй, Батырҙарса йоҡлаһын.БеҙҡиәмәтКөсөк күлдәк ташлатып, Яңы күлдәк бесәбеҙ.Шулай бишек туйы уйын-көлкө менән уҙғарылған бер байрам төҫөн ала.
  • Һырға туйы
  • Ир бала атҡа менерлек, ҡыҙ бала көйәнтә күтәрерлек булғас, һырға туйы үткәрелә. Был туйҙа ир баланың ата-әсәләре килен буласаҡ ҡыҙға бүләккә алҡа, шәл алып килә. Бүләктәрҙе тапшырыу әсән ҡушамат егет (кейәү егете) тәғәйенләнә. Ул йырсы ла, ҡурайсы ла, көрәшсе лә булырға тейеш.Ҡыҙҙың да ата-әсәләре буласаҡ кейәүҙәренә сигелгән билбау, түбәтәй алып килә. Ошоларҙы тапшырыу өсөн ҡушамат ҡыҙ тәғәйенләнә. Уның да һәйбәт йырсы, бейеүсе, төҫкә-башҡа сибәр булыуы шарт. Ҡушамат егеткә һәйбәт ҡуш булырлыҡ булһын.Һырға туйының үҙәк өлөшө — үҫмер йәштәргә теләк әйтеү һәм ҡыҙға алҡа тағыу йолаһы. Бер яҡтан, башын ҡыҙыл сымылдыҡ менән ҡаплап, ҡыҙҙы, икенсе яҡтан егетте алып сығалар. Егет башына күк йә йәшел төҫтәге сымылдыҡ ҡаплайҙар.Ҡыҙҙы күрһәтерҙән әүәл кейәү егеткә лә, ҡыҙға ла үҙен нисек тоторға өйрәтеп, өгөт-нәсихәт әйтәләр. Ҡыҙға:Ҡушағаңды күргәндә Ҡулың ҡалтырамаһын; Кейәүең айбарһыҙ тип, Юҡ-барға бойоҡмаһын.Ҡыҙға бәхет, тәүфиҡ теләйҙәр; ипле, баҫалҡы, эшсән, тыңлаусан килен булырға өгөт-нәсихәт бирәләр. Ошонан һуң йәштәрҙең йөҙөн асып, икеһенә лә бәхет теләйҙәр.Йырҙар, әйтештәр бөткәс, ике яҡ бер-береһен бүләкләй. Ҡушамат ҡыҙ үҙенең кейәүенә янсыҡ, сигеүле билбау, ә ҡушамат егет ҡыҙға алҡа, шәл бүләк итергә тейеш. Йырсылар ҡеүәтләп тора:Әйҙә, егет, шәл ябындыр, Буйын биҙәп торһон тип. Йәш елкенсәк һүҙ ҡушҡанда, Битен ҡаплап торһон тип. Йәш елкенсәк һүҙ ҡушҡанда, Йөҙөн ҡаплап торһон тип.Әгәр бығаса бишек туйы үткәрелмәгән булһа, үҫмер кейәү ҡыҙға шәл яба. Кейәү яғы артынса ҡыҙ яғы бүләк бирә башлай. Ҡушамат ҡыҙ һәр бер бүләкте маҡтап, йыр йырлап таратырға тейеш. Кейәү балаға ул суҡлы янсыҡ бүләк итә, билен уҡалы билбау менән быуа. Барыһы ла балаларға бәхет теләй. Хәҙерге заманда Бишек һәм Һырға туйҙары үткәрелмәй, был юҡҡа сыҡҡан күренеш.
  • Никахлашыу
  • Никах** исламда иҫ киткес юғарылыҡҡа ҡуйыла: ул милләттең нигеҙен барлыҡҡа килтереүсе шарт, ә өйләнеүсе – милләтен һәм динен __________________________________________________________** “Никах” һүҙе ғәрәп теленән алынған - “ төйөн” (узел) ике әйберҙең  осон бергә килтереп төйнәү тигәнде аңлата. Был осраҡта - өйләнергә теләгән ике йәштең яҙмышын бер төйөнгә бәйләү.яратҡан шәхес. Күсле ил – көслө ил. Ижәпләнеү – ғәм алдында ғаилә өсөн яуаплылыҡ алыу, милләтте һәм үҙ барлығын дауам итеү өсөн эшләнгән фиҙаҡәр аҙым. Ғаилә ҡороусы егет түбәндәге бурыстарҙы үтәй тип һанала:
  • Ғаләм, Аллаһы Тәғәлә алдында – ергә яратылған һәр йән эйәһе үҙ затын дауам итергә тырыша, был – кешелек затын һаҡлау бурысы,
  • Милләт, ҡанбабалар алдында – улар тоҡомон дауам итеү бурысы,
  • Ҡатыны алдында – үҙ нәҫелен дауам итергә тейешле кеше булараҡ, уға ҡарата динебеҙ һәм донъяуи ҡанундар ҡушҡанды үтәү бурысы,
  • Балаһы алдында – һәр яҡлап ҡурсыуға алып, уны лайыҡлы шәхес итеп үҫтереү бурысы.
  • Әлеге ваҡытта Урал аръяғы башҡорттарында никах туйын үткәреү йолалары һаҡланып килә. Йәштәр, өйләнешергә ҡарар иткәс, ике яҡҡа ла барып, ата-әсәләре менән таныша, уларҙың ризалығын ала. Шунан һуң егеттең ата-әсәләре ҡыҙ яғына барып буласаҡ ҡоҙалары менән осраша, таныша, туй мәшәҡәттәре тураһында һөйләшә. Туйҙан алда никах үткәрелә, ғәҙәттә, ул туйҙан бер-ике ай алдан була. Никах көнөндә кәләш йортонда ҙур табын әҙерләнә, иң яҡын туғандар йыйыла. Мулла саҡырыла. Мулла, ижәп уҡыр алдынан, ҡыҙ өсөн түләнергә тейеш мәһәрҙе*** һәм бүләкте сығарып һалыуҙарын һорай. Мәһәргә бирелгән әйбер ҡыҙға ҡала. ______________________________________________________________***Мәһәр— (ғәрәпсә: :مهر)  кейәү тарафынан ҡыҙ яғына бирелә торған мал аҡса. Был төшөнсә төрки халыҡтарҙағы  тура килә. Мәһәрҙең күләме теүәл билдәләнмәгән, ләкин ҡайһы бер мосолман илдәренедә уның иң ҙур күләме билдәләнгән. Мәһәр ғәҙәттә ике өлөшкә бүленә: хәҙер ҡулға бирелә торған мәһер — нәҡид һәм кисектерелгән мәһер— насиә. Беренсеһе— кейәү тарафынан кәләшкә никахлашҡанда бирелә торған билдәле бер сумма йәки мөлкәт, икенсеһе —ире үлгән осраҡта йәки уның теләге менән никах тарҡалғанда хатынға бирелә торған аҡса йәки мөлкәт.Хәҙергә ваҡытта мәһәр аҡса йәки мал менән бирелә. Ҡыҙға бүләк итеп һырға һабағы ла һалына , ғәҙәттә, кейәүҙең хәленә ҡарап, алтын йә көмөш һырға була. Был йолалар үтәлгәндән һуң, мулла ике яҡ атай кешенән (йә атай урынына ҡалған ир туғанынан) был никахты башҡарыу өсөн уларҙың ризалығын һорай. Уларҙың ризалыҡтарын алғандан һуң, ижәп уҡыла. Ижәп уҡылғандан һуң, ҡоҙалар бер-береһенә һәм йәштәргә бүләктәр тарата, ғәҙәттә, күлдәк кейҙерешәләр, таҫтамал, яулыҡтар тараталар. Артабан ҡатын-ҡыҙ аш-һыу йүнәтә, байрам табыны башлана. Ошо уҡ көндө, кис еткәс, кәләштең еңгәләре ҡыҙ ҡушыу йолаһын үткәрә. Тәүҙә, егет күрмәгәндә, еңгәләре бикәстәрен алып сығып китеп, алдан һөйләшеп ҡуйған өйгә алып барып йәшерә. Йәш кейәү менән кейәү үңгәре ауыл буйлап ҡыҙҙы эҙләп сыға. Улар менән бергә ҡалған йәш-елкенсәк, еңгәләр сыға. Өйҙән-өйгә йөрөп ҡыҙҙы эҙләйҙәр. Ғәҙәттә, был күренеш уйын-көлкө менән алып барыла. Еңгәләр, йәш кейәүҙе бер ни тиклем ыҙалатып йөрөткәндән һуң, яйлап ҡына ҡыҙ йәшерелгән йортҡа килеп етәләр. Ләкин егет кәләше янына еңел генә инә алмай. Еңгәләргә ишек хаҡын түләй һәм йыртыш сисә. Ошо йолалар үтәлгәндән һуң ғына, еңгәләр йәштәрҙе аулаҡта ҡалдырып сығып китә. Еңгәләрҙең эше бының менән генә бөтмәй. Йәштәрҙең тороуына, иртә менән мунса яғып та ҡуялар. Уларҙы уятып, иң тәүҙә мунсаға оҙаталар, ҡайтыуҙарына табын әҙерләйҙәр. Кейәү егет, мунсанан сыҡҡанда, мунса яғыусы еңгәләргә бүләк ҡалдыра.Ғаилә-никах мәсьәләләрендә йола, ғәҙәт ҡанундары түбәндәге мәҡәлдәрҙә һаҡланып ҡалған. Кәләш яҡындан булырға тейеш түгел. Алыҫтан ат алма, яҡындан кәләш алма. Ат һәм ҡыҙ образы юҡҡа ғына параллель итеп бирелмәй – ат яңы хужаларына эйәләшә алмай ҡайтып китеүсән, алыҫтан алһаң, артынан йөрөй – йөрөй хәлең ҡалмаҫ. Йәш килен дә, ата-әсәһе яҡын булғас, һағынһа ла, берәй нәмәгә үпкәләһә лә, тыуған йорто яғына ҡарап тороусан. Юҡҡа-барға көйһөҙләнеп, ҡайта һалып бармаһын, артыҡ-бортоҡ һүҙ ташылмаһын өсөн дә ҡыҙҙың алыҫтаныраҡ булыуы ғаиләнең тотороҡлолоғона йоғонто яһаған, әлбиттә. Алыҫтан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләк килер, яҡындан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ ғәйбәт килер. Был мәҡәлдәрҙән күренеүенсә, алыҫтан ҡыҙ алыу бер нисә маҡсатҡа ярашлы: йәш ғаиләгә туған-тыумаса йоғонто яһай алмаһын, килен иренең туғандары араһында күнеп йәшәп китһен, ҡоҙалар араһында йәмһеҙләнешеү булмаһын. Ә төп сәбәбе – нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙы иҫкәртеү булған. Халҡыбыҙҙың никахлашыу, ғаилә ҡороуға булған мөнәсәбәте түбәндәге мәҡәлдәрҙә лә сағылыш тапҡан:
  • Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор,
  • Арғымаҡтың билгеһе – ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр, яман егет билгеһе – ҡатын алмаҫ, мал йыйыр,
  • Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла иле булмаҫ,
  • Өйләнеү – көйләнеү,
  • Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар,
  • Ат алһаң – ауылың менән, ҡыҙ алһаң ырыуың менән кәңәшләш,
  • Ярап торорға өй һалма, ярап торорға бисә алма,
  • Буйың етмәгәнгә үрелмә,
  • Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын йәйер,
  • Бер бар – берәгәйле бар.
  • Ғаиләгә булған ыңғай мөнәсәбәтте беҙ шулай уҡ халыҡ ижадының башҡа жанрҙарында ла күрә алабыҙ. Мәҫәлән, «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосында, «Таһир менән Зөһрә» ҡиссаһында, төрлө әкиәттәрҙә:«… Ҡайтһалар, Үләрхандың улы булып, Үлмәҫхандың ҡыҙы донъяға килеп торған. Малайға Таһир тип, ҡыҙға Зөһрә тип исем ҡушып, ҙур байрам яһап, быларҙан ҡолаҡ тешләттереп, шул турала ҡөрьән ситенә яҙып ҡуйғандар...» («Таһир менән Зөһрә» ҡиссаһынан)****._________________________________________________________**** «Таһир менән Зөһрә» ҡиссаһы (Булатов Зәкәриә варианты)
  • Туй
  • Элекке ваҡытта туй өс көндән аҙнаға тиклем дауам иткән. Хәҙергә ваҡытта ул бер көндән өс көнгә тиклем дауам итә. Ауылдарҙа әле лә ике яҡта ла үткәрелә туйҙар – тәүҙә ҡыҙ яғында, икенсе көндө егет яғында дауам итә. Заман менән йолалар ҙа үҙгәрә бара, йышыраҡ ресторанда йәки кафела бер кистә генә үткәрелгән туйҙар йышыраҡ осрай. Был, әлбиттә, сығымдар менән дә бәйле. Туй ҡоҙаларҙы ҡаршы алыуҙан башлана. Ат егеп, машиналар биҙәп, ҡыҙ яғы, ауыл ҡапҡаһы янында йырлап-бейеп, гармун һәм ҡурай уйнап, ҡоҙаларын ҡаршы ала. Урал аръяғында, бигерәк тә Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында һуңғы йылдарҙа матур күренеш урын ала бара – ҡоҙаларҙы спиртлы эсемлектәр менән түгел, ә ҡымыҙ менән ҡаршы алалар. Ауыл ҡапҡаһынан ҡыҙ йортона тиклем йәш кейәүгә төрлө һынауҙар аша үтергә тура килә. Мәҫәлән, юл быуыу йолаһы бар. Ауыл кешеләре юлды арҡан менән быуып тора. Эшкә кейәү үңгәре тотона – бүләк биреп юлды астыра. Ҡыҙҙың йорто алдына бөтә туғандар, күрше-күлән йыйылып ҡоҙаларҙы ҡаршы ала. Ҡурай менән гармун яңғырай. Ҡымыҙ тәҡдим ителә. Юлдан килгән ҡунаҡтар ял итеп алғас, туй табыны башлана. Туйҙы көрәгә асыу һәм туй сәксәген сығарыуҙан башлайҙар. Көрәгәне ике яҡтан берәр пар һатып ала, йәғни йәштәргә бүләк әйтәләр. Был осраҡта йышыраҡ һарыҡ йәки берәй оя ҡаҙ инселәйҙәр. Шунан һуң туй сәксәге сығарыла. Ғәҙәттә, кәләштең еңгәләре сәксәкте күтәреп, бейеү көйөнә бейеп сығалар. Һуңыраҡ, сәй сығарғас, был сәксәкте ошо уҡ еңгәләр һата һәм төшкән аҡсаны йәштәргә бирә.Туй барышында йәштәргә матур һүҙҙәр, теләктәр әйтелә. Ҡыҙ яғында – ҡыҙҙың туғандары, егет яғында – егет туғандары бүләк һала.
  • Килен төшөрөү
  • Икенсе көн туй кейәү яғында дауам итә. Килен төшкән урынға халыҡ йыйылып, ҡапҡа асып, уның килеүен көтөп тора. Байрам итәләр, йырлайҙар. Уйнап килгән аттарҙы тотоп, егеттәр дуғаралар, һөлгөләрҙе сисеп алалар. Аттар ихатаға ингәндә, бер нисә тапҡыр сыбыртҡы шартлаталар: йәнәһе, ен-шайтандарҙы индермәйҙәр. Элегерәк сыбыртҡы шартлатыу урынына, мылтыҡтан атҡандар. Ҡәйнә кеше ҡаршы сығып, буласаҡ килененең аяҡ аҫтына мендәр ташлай, ә килен бала уң аяҡтан уның өҫтөнә баҫа. Шунан ҡәйнә килененә бал менән май ҡаптыра һәм түбәндәге арбау һүҙҙәрен әйтә:Имен генә кидеңме, килен?Аҡ күңелдән һиңә арбау һалам:Төклө аяғың менән, Талмаҫ ҡулың менән, Таймаҫ табаның менәнЙорт-еребеҙгә кил.Юрағаның юш булһын, Ҡурҡҡаның буш булһын, Яңылышмаҫ юл булһын, Эшең, көнөң уң булһын,Ашың, һыуың мул булһын,Йөҙөң айҙай, һүҙең балдай,Күңелең майҙай булһын!Бынан һуң килендең еңгәләре: «Килен таянып төшөргә мал һорай», - тип әйтә. Бер баш мал килтерәләр, килен шуға таянып төшә. Малға таянып төшөү йолаһы Урал аръяғы райондарында әлеге көндәрҙә лә һаҡланып килә. Килендең әйберҙәрен алып инәләр. Ә һандыҡты буш алып булмай. Уның өҫтөнә килендең бәләкәс ҡустылары, еңгәләре ултыра һәм бүләк алмайса тормайҙар. Ғәҙәттә, һарыҡ, аҡса йә күлдәк менән түләйҙәр. Хаҡы түләнгәндән һуң, ҡәйнә кеше һандыҡты шунда уҡ аса һәм килендең бирнәһен йыйылған халыҡҡа күрһәтә. Киленде өйгә индерәләр. Ул ҡәйнәһенең алдына баҫып, баш эйә – ҡәйнәгә буйһоноу ошолай белдерелә. Шунан йәш киленде түргә, мендәр өҫтөнә ултырталар. Килен төшкәндең беренсе йә икенсе көнөндә уға һыу юлы күрһәтәләр. Һыуға йәш киленде әхирәттәре, биҙәкле көйәнтә менән биҙрәләр тотҡан ҡайынһеңлеһе (бикәсе) алып бара һәм һыу алып бирә. Һыу эйәһенә саҙаҡа булһын тип, йәш килен һыуға тәңкәләр ташлай. Шунан йәш килен билендәге сигелгән матур алъяпҡысын сисеп, һыу юлын күрһәткән бикәсенә таға. Был да борондан килгән йола, йәнәһе, юлды белдем, тигәнде аңлата. Заман менән йолалар ҙа үҙгәрә килә. Хәҙерге заман туйҙарында йәш килен алып ҡайтҡан һыуҙы һатыу йолаһы бар. Бер биҙрә һыуҙы һаталар, икенсеһен ҡайнатып, килен сәйе эсерәләр.
  • Килен һөйөү
  • Урал аръяғы райондарында үткәрелгән туйҙарҙа бик матур йолаларҙың береһе – килен һөйөү йолаһы әлеге көндә лә йәшәп килә. Был йола егет яғында, ҡәйнә йортонда башҡарыла. Ғәҙәттә, ир-егеттәр ялға сыҡҡан саҡта, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ғына үткәрелә. Бүлмәнең уртаһына ултырғыс ҡуйып, йәш киленде шунда ултырталар. Уны тирәләп егеттең туғандары теҙелешеп тора һәм бер-бер артлы йәш килен янына барып, уға матур теләктәр әйтәләр һәм бүләк бирәләр. Иң тәүҙә килендең ҡәйнәһе сыға. Ул яҡтарҙағы йола буйынса, ҡәйнә кеше килененә дебет шәл яба. Унан һуң ҡалған туғандар сыға. Улар, ғәҙәттә, көмөш алҡа йә беләҙек, күлдәк, яулыҡ йә таҫтамал бүләк итә. Тағы бер матур күренеш – был йола йыш ҡына сеңләү, һамаҡлау менән йәнәш бара:Әйҙә, матур киленсәк,Булма улай оялсаҡ.Әсәңдә һин ҡолонсаҡ,Ҡәйнәңдә һин уйынсаҡ.Эштәреңдә үрнәк бул,Ыласындай зирәк бул,Ирең өсөн терәк бул,Яман эштән йыраҡ бул. Ауыҙың-башың остандап,Һүҙсән булма, киленсәк .Күҙең-ҡашың йымылдап,Күҙсән булма, киленсәк.Туйҙың икенсе көнөндә йәштәр еңгәй һәм еҙнәй бүләге тараталар. Бүләк алырға туған-тыумасаның балалары ғына түгел, күрше-күлән дә, йыш ҡына бөтә ауыл балалары ла килә. Еҙнәй кеше ҡәйнештәренә - бәке, балдыҙҙарына - йөҙөк, һырға, беләҙек тарата. Баймаҡ районында балдыҙҙар еҙнәләренән бүләк урынына аҡса һораған ауылдар ҙа бар. Еңгәй бикәстәренә сигелгән ҡулъяулыҡ, яулыҡ, ә ҡәйнештәренә әлеге көндә лә махсус тегеп сигелгән янсыҡ тарата. Туйҙан һуң 2-3 аҙна үткәс, кәләштең ата-әсәһе йәштәрҙе һәм ҡоҙаларын сәйгә саҡырып ала. Йола буйынса, ҡыҙ ата-әсәһе янына шуға тиклем ҡайта алмай. Шуға күрә, был ҡунаҡты оҙаҡҡа һуҙмай ғына саҡырып алалар. Ҡоҙаларҙы оҙатҡандан һуң, килен төшкән йортта күрше-күләнде йыйып, килен сәйе үткәрәләр. Килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе йәштәргә бүләк тотоп килә, матур теләктәр әйтә. Ҡәйнә кеше ҡунаҡтарға килен күренеше тарата – яулыҡ, таҫтамал һ.б. Ошондай уҡ йола килендең тыуған йортонда ла үткәрелә. Уның әсәһе күрше-күләнде, киреһенсә, кейәү сәйенә саҡыра һәм кейәү күренеше тарата.
  • Мөхәммәтша Буранғоловтың«Башҡорт туйы» драмаһындатуй йолаларының һүрәтләнеше
  • Башҡорт халҡының туй йолалары күп кенә яҙыусыларҙың әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романында килен төшөрөү йолаһы бик матур күрһәтелгән:«... Килен күсен Аҫылбикә бик һәйбәтләп, бөтә шартына килтереп, ололап ҡабул итте. Ипле генә бер теремек ҡатынды морондоҡ әсәй тип ҡуйғайны. Айымды ҡаршы алғанда ул:- Төклө аяғың менән төш, килен! – тип киленгә бал-май ҡаптырҙы.Айым, арбанан төшөргә йыйынғандай, ҡондоҙ бүркен төҙәтеп, тун салғыйҙарын яйлап, үрәсәгә тотондо. Юҡ, төшмәй әле, ни бары килештерә генә. Ул ярҙамға мохтаж һымаҡ, илтифатлы йылмайып, мөләйем генә:- Ергә төшөр инем дә, таяныр нәмә юҡ икән, - тигән булды.Ҡәйнәһе шундай саҡта киленгә таяныс мал бирергә тейеш. Аҫылбикә уны ҙурланы: тана ғына түгел, көмөш ҡыялы эйәр һалынған, айыл-ҡойошҡандарында ваҡ-ваҡ тәңкәләр йымылдап торған, ошо көнгә тип күптән инәүләнгән ялбыр яллы, дуға муйынлы, йәйек өойроҡло ерән юрға бейәне етәкләп килтерҙе. - Ай, рәхмәт яуғыры... Атта йөрөргә әүәҫ икәнеңде беләм, киленкәйем. Эйәреңдең үндек кейеҙенә таянып төш тә беҙҙең ергә ныҡлы аяҡтарың менән баҫ, балам!Аҫылбикә шунда уҡ Айымдың аяҡ аҫтына үҙ ҡулдары менән аҡ кейеҙ йәйҙе...»Башҡорт халыҡ ижады ынйыларын өйрәнеп, анализлап, бер ергә туплап, киләсәк быуындарға мираҫ итеп ҡалдырған Мөхәмәтша Буранғолов әҫәрҙәрендә лә туй йолалары бик ҙур урын алған. Мәҫәлән, «Шәүрәкәй», «Башҡорт туйы» драмаларында.Артабан мин «Башҡорт туйы» драмаһындағы туй йолаларына туҡтап китергә уйлайым. Был данлыҡлы сәхнә әҫәрендә мәһәр башы түләү, ҡыҙ йәшереү, йыртыш йыртыу, ишек бауы бүләген биреү, йыуаса килтереү, ҡыҙ оҙатыу, сеңләү, өгөт-нәсихәт әйтеү, әсә һөтө биреү, килен төшөрөү, һыу башлау йолалары һүрәтләнә:«Йәнгилде. Аҡһаҡалдар, азаматтар! Бөгөн тирә-яҡҡа байлығы, батырлығы менән дан алған ҡыпсаҡ ырыуының Ханнан мырҙаға ҡыҙымды бирергә булып, ҡыпсаҡ ырыуы менән дуҫ булыштым – мәһәр башы алдым. Ҡыҙымдың һорауы, Ханнан мырҙаның теләге буйынса, бөгөн бөтә илдең азаматтарын, аҡһаҡалдарын саҡырып, ҙур йыйын яһарға булдыҡ. Уларҙың доғаларын алырға булдыҡ. Кейәү буласаҡ кеше – Ханнан мырҙа – йыйынды бик ҙурлап ташлаған: ил азаматтарын һыйларға тип, өс баш тыу бейә, ун биш баш тәкә алып килгән. Мин дә үҙ яғымдан ике тыу бейә, ун биш тәкә һуйҙырҙым...»Йыртыш йыртыу, еҙнәй бүләктәрен таратыу, еңгәләргә ишек бауы хаҡын түләү ошо сәхнәлә күренә:«Асия. Ҡана, тиҙерәк. Бына йыртыш (ике килен йыртыш тота).Хәҙисә (Ханнанға йырлай).Әйҙә, еҙнә, әйҙә ин,Ишек бауын биреп ин. Ишек бауын бирмәһәң, Апайымды бирмәмен.Ханнан. Балдыҙҙарға тәңкә булыр, ә ҡәйнештәргә бәке юҡ бит әле.Хәлим. Беҙгә бирмәһәң, Һаран еҙнә булырһың. Гөлзифаны бирмәбеҙ – Яңғыҙ өйҙә ҡунырһың.Ханнан. Һай, ҡәйнештәре лә ҡәйнештәре. Һеҙҙән йәлләгәнде эт ашаһын. Шундай ҡәйнештәрҙе буш итәмме һуң (кеҫәһенән бәкеләр ырғыта). Балдыҙҙар, ҡәйнештәр, юл бирегеҙ инде.Асия. Йыртыш бар әле, йырта алһаң, инерһең.Хәлим. Йырта алмаһаң, тышта ҡунырһың.Ханнан. Һай, балдыҙҙар, ҡәйнештәр! Эш уға ҡалһа, тормаҫ... (йырта алмай).Тауыш. Ай, еҙнәм, йырта алманы, йырта алманы (инде йырта).Хәҙисә (ишек бауын тота). Бүләк, ишек бауы бүләге кәрәк, туҡта! Туҡта, еҙнә, ишек бауы бүләге бир. Юғиһә, апайымды бирмәйбеҙ (Гөлзифаны ҡамап килтерәләр, тартыш башлана...)Ханнан. Балдыҙҙар, ҡәйнештәр! Ҡана, апайығыҙҙы бирегеҙ инде, бына һеҙгә бүләк (тәңкә ташлай).Асия (Гөлзифаны ҡултыҡлай). Кейәү! Бына һиңә аманатыбыҙ. Ҡабул итеп ал...»Ҡыҙ оҙатыу сәхнәһендә Гөлзифаға еңгәләре һәм әхирәттәре, ҡәйнә өйөнә барғас үҙен нисек тоторға өйрәтеп, уға төрлө кәңәштәр, өгөт-нәсихәт бирәләр:«Ҡарасәс. ...Бына хәҙер килен булып төшөрһөң. Унда барғас та, ҡыҙ-ҡырҡын һырып алған булыр. Ҡапыл арбанан төшмә, бер һыйыр килтерерҙәр, шуға таянып ҡына төшөрһөң. Маңлайыңа аҡ аш һөртөрҙәр. Һиҫкәнмә, аш күрмәгән нәмә икән, тиерҙәр. Ҡайны-ҡәйнәң эргәһенә ингәндә, уларҙы сүкәйеп ҙурла. Әҙәпле бала икән, тиерҙәр. Улар эргәһенән сыҡҡанда, артың менән сыҡма, алдың менән генә сыҡ. Асыҡ бала икән, тиерҙәр. Ҡайны-ҡәйнәләрең күренес биргәндә, йөҙөңә һөртөп ал. Бына шуларҙың бөтәһен дә абайлап эшлә...»Башҡорттарҙа ата-әсә йортон ҡалдырып китеүсе ҡыҙ балаға әсә һөтө биреү йолаһы ла булған. Был йола ла «Башҡорт туйы» драмаһында сағылыш тапҡан:«Ҡарасәс. Ҡәйнәм, бөтәһе лә бөттө. Әсә һөтө бирә торғаның ғына ҡалды.Йомабикә. Ҡана һуң, улай булһа, ҡымыҙ килтерегеҙ, әсә һөтө бирәйем. Балам, әсә һөтө бирәйем, үҙең – баш, үҙең түш булырһың. Ҡыҙҙар. Әсә һөткәйҙәре, ай, бирәбеҙ, Әсә ҡулдарынан эсһен, тип. Йәш йөрәккәйеңде, ай, ҡаплаған Ҡайғы-хәсрәтеңдән йолһон, тип. Иламасы, һылыу, ай, илама, Йәш йөрәктәр беҙҙең һыҙлана. Илаһаң да, һылыуым, бер китерһең, Тышта кейәү аты ҡуҙғала». Шулай уҡ ҡыҙҙың, туғандарына үпкәһен белдереп, сеңләү йолаһын күрәбеҙ:«Гөлзифа. Атайым, һиңә иркә инем, Ситкә китер сағым етте инде. Иркә булып, иркәләп үҫһәм дә, Башым ҡайғы өсөн үҫте инде. Һылап-һыйпап, әсәй әүәйләткән, Үҫеп еттем, еткән ҡыҙ булдым. Үҫеп етеп, телгә ҡыҫылһам да, Илдә мин бәхетһеҙ ҡыҙ булдым. Ят йорттарға барвп, ят һыу эсеп, Йөрәгемә инде май ҡунмаҫ. Ағай булып, ағай бурыстарын Үтәй алманың, мәңге онотолмаҫ. Ҡара ғына сәсең, еңгәкәйем, Һырттарыңа һалып үрҙеңме? Ыласындарҙың моңло һандуғасты Типкән сағын, еңгәм, күрҙеңме?» Килен төшөрөү сәхнәһен М.Буранғолов былай итеп һүрәтләй: «Аҙнабикә. Таяныс бүләге итеп киленгә – ҡыҙыл һыйырҙы, ҡайны-ҡәйнә бүләге итеп шеш мөгөҙлө быуаҙ һыйырҙы быҙауы менән, ялы ялбыр ҡола бейәне ҡолоно менән тоттороғоҙ...... Әйҙә, матур киленсәк,Ханнаныбыҙ теләге. Ҡайны-ҡәйнә көтә һинеТүҙә алмай йөрәге.Әйҙә, әйҙә, төш әйҙә,Аласа балаҫ түшәнекАҡ тирмәнең эсенә,Һинең баҫҡан эҙеңә,Әйҙә, әйҙә, киленсәк,Булма улай оялсаҡ.Ханнан байҙың алдындаҺин булырһың уйынсаҡ.Гөлзифа (баш эйеп). Йортоғоҙға – бәрәкәт, йәнегеҙгә – һаулыҡ теләйем...» М.Буранғолов «Башҡорт туйы» драмаһын 1930-1932 йылдарҙа, ә «Шәүрәкәй»ҙе – 1928-1948 йылдарҙа ижад иткән. Был әҫәрҙәрҙә тасуирланған туй йолаларының күбеһе Урал аръяғы райондарында әле лә һаҡланып килә, улар һәр туйҙа матур итеп, урын-еренә еткерелеп, башҡарыла. Тимәк, халыҡ үткәнен онотмай. Киреһенсә, әлеге ваҡытта халыҡ йолаларына ҡыҙыҡһыныу арта бара, улар ентекләп өйрәнелә, йәш быуынға еткерелә. Үткәнен онотмаған халыҡтың иртәгәһе, киләсәге бар. Шулай ҙа, үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер туй йолалары ваҡыт үтеү менән төрлө сәбәптәр арҡаһында юғала бара. Алдараҡ билдәләп киткәнебеҙсә, хәҙерге ваҡытта бишек туйы менән һырға туйҙары үткәрелмәй. М.Буранғоловтың «Башҡорт туйы» драмаһында һүрәтләнгән һәм әлеге ваҡытта үткәрелгән туй йолаларын сағыштырып, шуны асыҡланыҡ: сеңләү менән әсә һөтө биреү йолалары ла үткәрелмәй хәҙер Урал аръяғы райондарында. Әммә ҡыҙҙың ата-әсә йортонан сеңләмәй киткәнен аңлатып була. Йәштәр хәҙер үҙҙәре таныша, яратышып ҡауыша, шуға күрә кемгәлер үпкәһен белдереп сеңләү йолаһы яйлап юғалған. ЙомғаҡлауӘлеге көндә республикабыҙ Хөкүмәте тарафынан башҡорт халҡының ғына түгел, ошо ерлектә йәшәгән башҡа милләттәрҙең дә йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса төрлө саралар үткәрелеп тора. Был бик актуаль һәм дөрөҫ юҫыҡта алып барылған эш, тип уйлайым. Беҙҙең лицейҙа ла был йүнәлештә күп кенә эштәр башҡарыла. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәрендә башҡорт йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләшәбеҙ, видеофильмдар ҡарайбыҙ, төрлө проект эштәре башҡарабыҙ, ата-әсәләр алдында сығыш яһайбыҙ. Йыл һайын беҙҙең мәктәптә “Башҡорт милли аш-һыуҙары иленә сәйәхәт” исемле байрам үткәрелеп килә. Был сарала 1-11 класс уҡыусылары ҡатнаша. Улар милли ризыҡтарҙан табын әҙерләй һәм берәй йоланы сәхнәләштерә: никахлашыу, килен төшөрөү, килен һөйөү, балаға исем ҡушыу, ҡаҙ өмәһе һ.б. Был байрамда ата-әсәләр ҙә бик теләп ҡатнаша. Шулай уҡ «Шәжәрә», «Һабантуй» кеүек байрамдар ҙа бик матур үтә беҙҙең мәктәптә.Тыуған ергә һәм телгә һөйөү дәрестә генә тәрбиәләнмәй. Минеңсә, йәш быуында рух, патриотизм тойғоһо нәҡ ошондай кластан тыш сараларҙа барлыҡҡа килә. Сөнки был саралар уҡыусыларҙы берләштерә, уларҙы уртаҡ маҡсатҡа алып бара. 2013-2014 уҡыу йылында лицейыбыҙҙың уҡыусылары һәм уҡытыусылары коллективы ЮНЕСКО тарафынан үткәрелгән «Башҡортостан халыҡтарының туй йолаларын сәхнәләштереү» конкурсында ҡатнашып, республика кимәлендә Гран-при яуланы. Был видеоҙманы һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәбеҙ.(видеояҙма дискта)Ә бөгөнгө йәштәрҙең никахҡа ҡараштары нисек һуң? Дөрөҫ, йәштәр заман менән бергә атларға тырыша. Улар сәмсел, эшһөйәр. Мәктәптән һуң күбеһе юғары уҡыу йорттарына инеп белем ала, аҙаҡ профессиялары буйынса эшкә урынлаша һәм баштан эшкә сума. Күбеһе үҙен киләсәктә үҙ урынын тапҡан, алдынғы, иле өсөн кәрәкле юғары профессионал кеше итеп күрә. Ә бының өсөн алыу-талыу белмәй, көн-төн эшләр кәрәк. Ошо һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында йәштәрҙең үҙҙәре өсөн ваҡыттары ҡалмай. Ҡайҙалыр барып, танышыр өсөн мөмкинлектәре сикләнә. Үкенескә ҡаршы, был – заман бәләһе. Ауылдарҙа ла, ҡалаларҙа ла күптән утыҙ йәше тулған, әммә ғаиләһе булмаған яңғыҙ йәшәгән ҡыҙ һәм егеттәр күп. Был йәштә күптәр танышырға ояла, кемдер ваҡыт юҡлыҡҡа һылтана, кемдер һайлана һ.б. Ә бит Хоҙай үҙе кешене парлы итеп яратҡан, кеше ғаилә ҡорорға, бала үҫтерергә бурыслы. Элекке ваҡытта бындай хәлдәр булмаған, сөнки беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ғаилә ҡороуға бик ҙур әһәмиәт биргән. Балаларҙы йә йәштән үк йәрәшеп ҡуйғандар, йә димләгәндәр. Димсе әбейҙәрҙе күберәк йәштәре үтеп барған ҡыҙ һәм егеттәрҙе таныштырып-ҡауыштырыр өсөн саҡырғандар. Улар йәштәрҙең затына, белеменә, йәмғиәттә тотҡан урынына ҡарап, уға пар эҙләгәндәр. Был бик дөрөҫ булған, тип уйлайым.Әлеге ваҡытта ҡайһы бер райондарҙа димселәр клубтарының эше яйға һалынған. Улар йәштәр өсөн «Аулаҡ өй»ҙәрҙә төрлө танышыу кисәләре үткәрә. Был сараларҙа күп кенә ғаилә парҙары ла барлыҡҡа килә. Ҡыҙыҡ өсөн, мин үҙебеҙҙең лицей эсендә бәләкәй генә тикшереү үткәрҙем. Педагогик коллективта бөгөнгө көндә бөтәһе 58 уҡытыусы эшләй. Улар араһында:
  • Кейәүгә сыҡмағандар – 5 (8,6%),
  • Өйләнмәгәндәр – 3(5,1%). Был коллективта эшләгән ир-егеттәр һанынан сығып ҡараһаҡ – 100% тәшкил итә!
  • Айырылғандар, тол ҡалғандар – 12 (21%)
  • Тимәк, әлеге көндә беҙҙең мәктәптә 20 кешенең, йәғни коллективтың 34,4% ғаиләһе юҡ, тигән һүҙ. Был бик аяныс күренеш. Милләтебеҙҙең йолаларға бай булыуы бик күп сығанаҡтар аша билдәле. Хәҙерге көндә лә ошо байрамдарҙың, уйындарҙың юғалып ҡалмауы мөһим. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте һис шикһеҙ. Әйләнә-тирәне, ололарҙы, кеселәрҙе, ҡош- ҡортто, үҫемлектәрҙе һаҡлау, ихтирам итеү кеүек сифаттар ошо байрамдар, уйындар аша тәрбиәләнгән дә инде. Халыҡ ижады, йолалары менән һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө, илебеҙҙең ышаныслы киләсәге булып үҫә. Халыҡ ижады әҫәрҙәре, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу һәр халыҡта баланың сәңгелдәктә ятҡан мәлендә үк башлана. Әсә өсөн дә, бала өсөн дә был дәүерҙә иң күңелгә ятҡан әҫәрҙәр – бишек йырҙары менән баланың үҫеүенә, хәрәкәтләнеүенә бәйле һамаҡтар. Һуңыраҡ әкиәттәр, уйын фольклоры әҫәрҙәре өҫтәлә, улар менән бергә өләсәйҙең, әсәйҙең теле менән халыҡ педагогикаһының алтын ҡағиҙәләре лә баланың күңеленә һалына бара. Ғаиләһендә ошо рәүешле ата-бабаларыбыҙҙан килгән аҡыл менән тәрбиәләнгән балалар тураһында “ана һөтө менән ингән”, “хәләл һөт имгән” кеүек маҡтау һүҙҙәрен әйтәләр. Быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға тапшырыла килгән был тәжрибә иҫкермәгән дә, ялҡытмаған да. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, борон-борондан килгән ошо тәртип, ғәҙәт хәҙерге заманда бушап, үҙенең позицияһын юғалта бара. Тарихтан беләбеҙ: бөйөк яҙыусылар ҙа (мәҫәлән, Мостай Кәрим, Александр Пушкин һ.б.) өләсәй тәрбиәһендә үҫеп, уларҙан фольклор әҫәрҙәрен ишетеп, күңелдәренә һеңдергәндәр һәм үҙ ижадтарында ҡулланғандар. Был иһә уларҙың ижадын уҡымлы, халыҡсан иткән, сөнки ҡобайырҙар, йырҙар, әкиәттәр аша улар үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙәрҙең теле һутлы, бай булыуына өлгәшкәндәр. Тормош тәжрибәһенән, үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, халыҡтың ауыҙ-тел ижады туған телде һаҡлауҙа мөһим сараларҙың береһе булып тора, тип әйтә алабыҙ. Хәҙерге глобалләшеү дәүерендә тормош ҡиммәттәре үҙгәреп, өлкәндәрҙе хөрмәт итеү, кешеләргә миһырбанлы булыу кеүек ҡағиҙәләр онотола барыу менән бергә, кешелә аҡса, мал артынан ҡыуыу, экологияға зыян килтереү кеүек кире күренештәр арта барыу йәғни бер көн менән йәшәү ғәмәлгә инеп китте. Шул емергес нәмәләр рәтендә халыҡ ижадына битарафлыҡ һәм уның тарихта ҡала барыуын да инҡар итеп булмай, ә был үҙ сиратында телгә лә хәүеф янауын белдерә. Шуға күрә туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлешендә берҙәм, бер төптән эшләү – төп бурыстарҙың береһе.Өлкән быуын кешеләре үҙҙәренең йолаларын, уйындарын, һөнәрен киләсәк быуынға ҡалдырырға тырышҡан. Беҙ ҙә уларҙан ошо йолаларҙы, уйындарҙы өйрәнеп ҡалһаҡ бик һәйбәт булыр ине. Балалар ошо йолаларҙа уйналған уйындар аша зиһенле, сәләмәт, етеҙ, тырыш, тәртипле, берҙәм булып, илебеҙгә лайыҡлы алмаш булып үҫерҙәр тигән ышаныста ҡалабыҙ. Ҡушымта 1Төрлө халыҡтарҙың туй йолаларыЕр шарында дүрт меңгә яҡын этнос йәшәй. Һәр береһенең үҙенә генә хас мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте бар. Туйҙар ҙа һәр төбәктә үҙенсәлекле үтә. Мәҫәлән, Вьетнамда бер үк ваҡытта кейәү һәм ҡыҙ яғында ике байрам ойошторола. Уларҙа туй бик оҙаҡ үтә, бөтәһе алты этаптан тора.Кенияла иһә ир өйләнгәндән һуң бер ай буйы ҡатынының кейемендә йөрөргә тейеш. Шул рәүешле ул “ауыр ҡатын-ҡыҙ өлөшөн” татый. Ә кәләшенең аяғына һәм ҡулына ҡыҙыл буяу менән һүрәттәр эшләйҙәр, ул йыл буйына шулай йөрөргә тейеш. Бали утрауында йәштәрҙең тештәрен наркозһыҙ-ниһеҙ бысалар. Был уларҙы яуызлыҡтан һаҡлаясаҡ, тигән ышаныу бар. Африкандарҙың туйында барабандар ҡағыла, милли ҡоралда уйнайҙар. Йәштәр һепертке аша һикерә. Был – ғаилә тормошо башланыуының символы. Кәләш ғиффәтлек билдәһе булған ҡабырсаҡтан эшләнгән муйынсаҡ таға. Француздар кейәүгә сыҡҡанда шатлығын белдермәй. Сиркәүгә юлланғанда кәләш ҡаршылашырға, иларға, ҡасырға маташырға бурыслы. Ни тиклем ролен яҡшыраҡ башҡара, йәнәһе, шул сама тормошо бәхетле була. Туй барышында кейәү менән кәләш бер-береһенә яҡын килмәҫкә тейеш, халыҡ алдында үбешеү иһә бөтөнләй тыйылған. Йәштәрҙең тәүге төнөндә ҡунаҡтар улар янына туҡтауһыҙ инеп, аптыратырға, бимазаларға тейешҺиндостанда туй йолалары атҡарылғас, йәштәргә махсус биҙәүес әйберҙәр кейҙергәндәр һәм йоҡларға һалғандар. Һандал майы һөртөлгән һәм туҡыма киҫәге менән уралған удумбара ағасы ботағын араларына һалғандар. Ул Вишвавасу аллаһын кәүҙәләндергән. Тик дүртенсе төнгә генә әлеге ботаҡ йәштәр араһынан алынған. Был йола йәштәргә сабырлыҡ һабағы биргән. Әгәр ҙә ошо ритуал теүәл үтәлһә, сәләмәт сабыйҙар тыуасаҡ, тигән ышаныс йәшәй. Венгрияла ла туй шау-шыулы, ығы-зығылы үтә. Ул бер ғаиләнең тантанаһы ғына түгел, бөтә ауыл-ҡасаба байрамына әйләнеүе ихтимал. Теләгән һәр кем туй үткән өйгә инеп йәштәрҙе ҡотлап, һыйланып сыға ала. Кейәү буласаҡ ҡатынына аҡса һалынған сумаҙан бирергә, ә кәләш өс йә ете (бәхетле һандар) ҡулъяулыҡ тоттора. Туй мәлендә кәләш туфлийын зал уртаһына ҡуя. Кем уның менән бейергә теләй – шунда аҡса һала. Нигерияла ҡыҙ ни тиклем һимеҙерәк булһа, уны кәләш итеп алырға теләүселәр шул тиклем күп икән. Шуға күрә еткән ҡыҙҙы бер йылға махсус “инкубатор”ға урынлаштыралар. Ул унда һәр саҡ ята һәм юғары калориялы ризыҡ менән туҡлана. Күп илдәрҙә йәштәр өҫтөнә сәскә тажы, тәңкәләр, инжир, дөгө һ.б. һибеү йолаһы бар. Был союздың ныҡ, уңышлы, бай һәм татлы булыуы өсөн эшләнә. тТуй көнөндә кейәү менән кәләш ағас ултырта. Ошо ағас нисә йыл үҫә, никах шул сама дауам итәсәк.  Ҡушымта 2Мөхәббәт тураһында мәҡәлдәрҺөйөү – сәғәҙәт (бәхет),Һөйгәнеңә һөйәл, һөймәгәнгә һөйкәлмә,Һөйөү бар ерҙә көйөү ҙә бар,Мөхәббәт – Хоҙай бүләге,Тирмәндәр ике таштан, мөхәббәт ике баштан,Яҙ сәскә менән, һөйөү наҙ менән,Мөхәббәт берәү булһа ла, ике йөрәктә йәшәй.Туй тураһында әйтем-мәҡәлдәрМатурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк,Туй күрке ҡунаҡ менән,Күлдең йәме ҡаҙ менән,туйҙың йәме ҡыҙ менән,Туйға туҡмаҡ эйәрә,Туйҙың күрке – уйын да көлкө,Туй үпкәһеҙ булмаҫ,Күмәкләгән туй атҡарған,Туй ашы менән дуҫ табылмаҫ,Туй бөткәс, дөмбөр ҡаҡмайҙар,Саҡырылмаған туйға барғансы, ҡаҙылмаған гүргә бар. ЙөкмәткеһеӘбсәләмова Ш.М. Аңлатма яҙыу...........................................................3Фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеүсе уҡыусыларға кәңәштәр һәм тәҡдимдәр........................................................................4Материалды тәртипкә килтереү, ғилми-тикшеренеү эшенә әҙерлек.........................................................6Башҡорт халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙ матурлығы .............................9М.Буранғоловтың «Башҡорт туйы» драмаһында туй йолалары (хәҙерге ваҡытта Урал аръяғы райондарында һаҡланып ҡалғантуй йолалары менән сағыштырыу).......................................................22